Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
26 Февраль 2018, 17:21

Прокурор тикшереүҙәренән һуң мәнфәғәттәр ҡаршылығына юл ҡуйған Экология министрлығы хеҙмәткәре вазифаһынан бушатылды

Мәсетле районы прокуратураһы республика Экология министрлығының Мәсәғүт территориаль комитетында коррупцияға ҡаршы көрәш тураһындағы ҡануниәтте боҙоу-ҙарҙы асыҡланы.

Мәҫәлән, комитет хеҙмәткәрҙәре тарафынан Оло Ыҡтамаҡ балалар шифаханаһының планлы тикшерелеүе ваҡытында тикшереүселәр составына ҡатыны әлеге учреждениела эшләгән хеҙмәткәр ингән.

Экология министрлығы хеҙмәткәре эш биреүсеһенә мәнфәғәттәр ҡаршылығы булыу ихтималлығы тураһында хәбәр итергә тейеш ине, ләкин ул әлеге талапты һанға һуҡмаған.

Чиновник тарафынан баш-ҡа кешеләр ҡатнашлығынан тыш үткәрелгән тикшереү һөҙөмтәләре буйынса бары тик әллә ни әһәмиәткә эйә булмаған бер генә боҙоу асыҡлан-ған, уның өсөн ғәйепле вазифалы кешегә РФ КоАП-ының 8.5-се статьяһы буйынса (экологик мәғлүмәтте йәшереү йәки боҙоп күрһәтеү) минималь суммаға штраф һалынған.

Шуның менән бергә шифахананы яуапҡа тарттырыу мәсьәләһе бөтөнләй ҡаралмаған. Шул уҡ ваҡытта ҡануниәт юридик ойошмаға 80 мең һумға тиклем штраф һалыу мөмкинлеген күҙ уңында тота.

Ошоноң менән бәйле район прокуратураһы Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән фай-ҙаланыу һәм экология министрлығына коррупцияға ҡаршы көрәш тураһындағы ҡануниәтте боҙоуҙы бөтөрөү тураһында күрһәтмә бирҙе.

Прокурор яуабы актын тикшереү һөҙөмтәләре буйынса чиновник хеҙмәтенән бушатылды, Мәсәғүт территориаль комитеты рәйесенә шелтә иғлан ителде.

Н. ФАИЗОВ,

прокурор вазифаһын башҡарыусы.