Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
19 Февраль 2018, 17:20

Прокуратура тикшереү үткәрҙе

Граждандар мөрәжәғәттәрен тейешле тикшермәгәне өсөн Мәсетле районы Хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы прокуратура талабы буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.

Район прокуратураһы тарафынан Мәсетле районы Хакимиәтендә 2006 йылдың 2 майындағы “Рәсәй Федерацияһында граждандар мөрәжәғәттәрен тикшереү тәртибе тураһында” 59-ФЗ һанлы Федераль закон талаптарының үтәлеше тикшерелде.

Тикшереүҙәр һөҙөмтәләре буйынса район Хакимиәтенә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡыҙының атаһының исемен мәңгеләштереү һәм уны Ключевой ауылы стелаһындағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары исемлегенә индереү тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итеүе асыҡланды.

Мәсетле районы Хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы чиновник, “Рәсәй Федерацияһында граждандар мөрәжәғәттәрен тикшереү тәртибе тураһында” Федераль закон талаптарын һанға һуҡмайынса, килгән мөрәжәғәт буйынса закон тарафынан билдәләнгән утыҙ көн эсендә бер ниндәй ҙә сара күрмәгән, шулай уҡ мөрәжәғәтте тикшереү һөҙөмтәләре тураһында ғариза биреүсегә яуап ебәрмәгән.

Асыҡланған закон боҙоу-ҙар менән бәйле район прокуратураһы тарафынан Мәсетле районы Хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыу-сыға ҡарата РФ КоАП-ның 5.59-сы статьяһы (граждандар мөрәжәғәттәрен тикшереү тәртибен боҙоу) менән ҡаралған административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатылған, уны ҡарау һөҙөмтәләре буйынса вазифалы кеше мировой судья тарафынан 5000 һум күләмендәге штраф рәүешендә административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.

Н. ФАИЗОВ,

район прокуроры вазифаһын башҡарыусы.