2015 йылда мутлашыуҙың яңы ысулы теркәлгән. Енәйәтселәр шулай уҡ кешеләр-ҙең ышаныусанлығы менән файҙалана. Кемдәр интернетта мебель, көнкүреш техникаһы, кейем һатыу тураһында шәхси белдереүҙәр урынлаштыра – шулар улар-ҙың ҡорбанына әйләнә. Телефон аша улар менән йәнәһе лә залог индерергә әҙер булған потенциаль һатып алыусы бәйләнешкә инә һәм карта номерын, башҡа мәғлүмәттәрҙе, мәҫәлән, интернет-банк паролен әйтеүҙе үтенә. Ә артабан – техника эше.
Шулай уҡ мутлашыусыларҙың киң таралған схемаларына смартфондарҙы зарарлаусы “вирустар” инде. Ҡоролма зарарланмаһын өсөн тик рәсми мобиль ҡушымталарҙы ғына файҙаланырға, вирусҡа ҡаршы программаларҙы ваҡытында яңыртып торорға, шикле сайттарға инмәҫкә һәм билдәһеҙ программаларҙы үҙегеҙгә яҙҙырмаҫҡа кәрәк.
Мутлашыуҙың тағы ла бер төрө. Гражданға таныш булмаған кеше шылтырата. Насар уйлы әҙәм, туғандарығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына тарыны, һәм үҙе күрһәткән иҫәпкә йә үҙенең мобиль телефонына билдәле бер сумма күсереп, был проблеманы тиҙ генә хәл итергә кәрәк, тип хәбәр итә һәм ҡорбанын, даими бәйләнештә булыу өсөн телефонығыҙҙы һүндермәгеҙ, тип иҫкәртә. Бының ни өсөн эшләнеүе аңлашыла: зыян күреүсе хәл-ваҡиғаға төшөнөп етмәһен, ә кәрәкле сумманы йыйып, уның иҫәбенә күсерһен өсөн. Был осраҡта элемтәне өҙөргә, әле һүҙ барған туғандарығыҙға шылтыратырға, улар менән барыһы ла яҡшымы-түгелме икәнлеген белешергә кәрәк. Һис бер осраҡта ла бер ниндәй аҡса күсерергә кәрәкмәй.
Икенсе бер хәл. Енәйәтселәр потенциаль һатыусыға шылтырата. Ҡағиҙә булараҡ, ул автомобилдәр һатыу-алыу. Техника түбәнәйтелгән хаҡ менән ҡуйыла. Зыян күреүсе һатып алыу мөмкинлеге бар тип уйлай башлай, шылтырата, тап шул саҡта, ҡағиҙә булараҡ, һатыусының “һатып алыусы бар инде” тигән кеүегерәк йырып сыҡҡыһыҙ кәртәһе барлыҡҡа килә. Енәйәтсе икенсе кешегә һатыу-ҙан баш тартыу өсөн иғәнә индерергә тәҡдим итә. Яйлап зыян күреүсенән алдаҡ юл менән аҡса “һура”. Һатыу-сыны, автомобилде лә күр-мәйенсә һатып алыусылар-ҙың тулы сумманы күсергән осраҡтары ла теркәлгән.
Шундай енәйәттәрҙе иҫкәртеү өсөн бер нисә кәңәш биреп үтке килә. Телефон аша үҙҙәрен кеҫә телефоны бәйләнеше операторҙары, туғандар, таныштар булып таныштырған билдәһеҙ кешеләрҙән алынған мәғлүмәттең дөрөҫлөгөнә инанығыҙ. Уларға шылтыратып һорашығыҙ, алданыуға ҡарағанда үтә шиксел булыуығыҙ яҡшыраҡ.
Әгәр банк картаһы менән манипуляциялар яһарға үтен-һәләр, банк хеҙмәткәрҙәре булып ҡыланған билдәһеҙ кешеләрҙән телефон, СМС йәки ММС аша алынған инструкциялар буйынса саралар күрергә ашыҡмағыҙ. Таныш булмағандарға үҙегеҙҙең исем-шәрифтәрегеҙҙе, паспорт реквизиттарын йәки башҡа мәғлүмәттәрегеҙҙе әйтмәгеҙ. Буш йәки улар әйткән цифрҙарҙы яҙып СМС-тар ебәрмәгеҙ, улар интернет-банктың һеҙҙең картанан аҡса күсереү тураһындағы хеҙмәт командаһы булыуы ихтимал. Шуны әйтеү мөһим: банк хеҙмәткәрҙәре бер ваҡытта ла клиенттарынан ПИН-код әйтеүен талап итмәй.
Рәсәй МВД-һы Мәсетле районы буйынса бүлегенең тәфтиш бүлеге начальнигы.