Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
2 Февраль 2018, 16:33

“Телефон терроризмы” өсөн енәйәт яуаплылығы ҡатыландырылған

2017 йылдың 31 декабрендәге “Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 205-се һәм 207-се статьяларына һәм Рәсәй Федерацияһы Енәйәт-процессуаль кодексының 151-се статья-һына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 501-ФЗ һанлы Федераль законға ярашлы, шартлатыу, үрт һалыу йәки кешеләр һәләкәте, милеккә шаҡтай зыян килеү йәиһә йәмғиәткә ҡурҡыныслы эҙемтәләр булыу ҡурҡынысын тыуҙырған башҡа эштәр тураһында хулиганлыҡ ниәте менән күрәләтә ялған хәбәр итеү ике йөҙ меңдән алып биш йөҙ меңгә тиклем күләмдә йәки хөкөм ителеүсенең бер йылдан ун һигеҙ айға тиклем осорҙағы эш хаҡы йәки башҡа килеме күләмендә штраф һалыныуға, йә булмаһа өс йылға тиклем иректе сикләүгә, йә икенән алып өс йылға тиклем мөҙҙәткә мәжбүри эштәргә килтерә.

Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәктәпкәсә тәрбиә биреү системалары ойошмалары, ял һәм буш ваҡытты үткәреү менән бәйле, хеҙмәт күрһәтеү өлкәһе предприятиелары һәм ойошмалары, спорт-сәләмәтләндереү учреждениелары, пассажирҙар транспорты, хоҡуҡи һәм финанс-кредит характерындағы хеҙмәттәр күрһәтеүсе учреждениелар сис-темаһы һәм башҡа социаль инфраструктура объекттарына ҡарата ҡылынған әлеге эш йәки суммаһы бер миллион һумдан артҡан эре зыян килтереү биш йөҙ меңдән алып ете йөҙ мең һумға тиклем күләмдә йәки хөкөм ителеүсенең бер йылдан ике йылға тиклемге осорҙағы эш хаҡы йәки башҡа килеме күләмендә штраф йәиһә өс йылдан биш йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү менән язалана.

Власть органдары эшмәкәрлеге тотороҡлоғон боҙоу

маҡсатында шартлатыу, үрт һалыу йәки кешеләр һәләкәте, милеккә шаҡтай зыян килеү йәиһә йәмғиәткә ҡур-ҡыныслы эҙемтәләр булыу ҡурҡынысын тыуҙырған башҡа эштәр тураһында күрәләтә ялған хәбәр иткән өсөн иректән мәхрүм итеү срогы алты йылдан һигеҙ йылға тиклем, ә шундай ҡылыҡтар һөҙөмтәһендә кеше үлеү йәки башҡа ауыр эҙемтәләр булыу осрағында һигеҙҙән ун йылға тиклем тәшкил итәсәк.

Закон 2018 йылдың 11 ғинуарынан көсөнә инде.



Минималь хеҙмәт хаҡы

2018 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәт хаҡының минималь күләме айына 9489 һум тәшкил итә (2017 йылдың 28 де-кабрендәге минималь хеҙмәт хаҡы күләмен эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумына тиклем күтәреү өлөшөндә “Рәсәй Федерацияһының айырым закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында” 421-ФЗ һанлы Федераль закон).

Шуның менән бергә 2019 йылдың 1 ғинуарынан башлап һәм артабан йыл һайын 1 ғинуарҙан хеҙмәт хаҡының минималь күләме үткән йылдың икенсе кварталында тотош РФ буйынса эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы дәүмәле күләмендә билдәләнәсәк.

Әгәр тотош РФ буйынса үткән йылдың икенсе кварталында эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы үткән йылдан алдағы йылдың икенсе кварталындағы йәшәү минимумы дәүмәленән түбәнерәк булһа, ул саҡта хеҙмәт хаҡының минималь күләме үткән йылдың 1 ғинуарында тәғәйенләнгән күләмдә билдәләнә.

Был Федераль закон 2018 йылдың 1 ғинуарында көсөнә инде.


Инвалидтар өсөн парковка

Инвалидтарҙың һәм инвалидтарҙы йөрөтөүсе транспорт сараларын туҡтал-ҡаға бушлай ҡуйыу тәртибе аныҡланды (2017 йылдың 29 декабрендәге “Рәсәй Федерацияһында инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһында”ғы Федераль закондың 15-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” 477-ФЗ һанлы Федераль закон).

Шулай итеп, һәр бер автотранспорт туҡталҡаһында (туҡталышында), шул иҫәптән социаль, инженер һәм тран-спорт инфраструктураһы (торлаҡ, йәмәғәт һәм производство биналары, төҙөлөштәр һәм ҡоролмалар, физкультура-спорт ойошмалары, мәҙәниәт ойошмалары һәм башҡалар урынлашҡандарын да индереп) объекттары, ял урындары тирәһендә I, II төркөм инвалидтары, шулай уҡ РФ Хөкүмәте билдәләгән тәртиптә III төркөм инвалидтары идара иткән, шулай уҡ ундай инвалидтарҙы һәм (йәки) инвалид балаларҙы йөрөтөүсе транспорт саралары өсөн туҡталҡаның 10 процентынан да кәм булмаған (әммә бер урындан да кәм түгел) урын бүленә. Был транспорт сараларында “Инвалид” тигән танытып белдереүсе билдә ҡу-йылған булырға тейеш. элекке кеүек үк, туҡталҡала инвалидтар өсөн бүленгән урындарҙы башҡа транспорт саралары биләргә тейеш түгел.

Закон 2018 йылдың 9 ғинуарынан көсөнә инде.

Н. ФАИЗОВ,

прокурор вазифаһын башҡарыусы, I класлы юрист.