Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
2 Февраль 2018, 16:31

Хәл-ваҡиғалар тураһында ғаризалар, белдереүҙәр һәм башҡа мәғлүмәт ҡабул итеү ҡағиҙәләре һәм ғариза биреүселәр хоҡуҡтары

Рәсәй МВД-һының Мәсетле районы буйынса бүлексәһендәге оператив-хеҙмәт эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе – был эшмәкәрлек йүнәлешен регламентлаусы норматив-хоҡуҡи документтарға ярашлы иҫәп-теркәү дисциплинаһын нығытыу.

2014 йылдың 29 авгусындағы бойороҡ талаптарына ярашлы, ваҡиғалар тураһындағы белдереүҙәр, оператив хеҙмәтләндереү территорияһына ҡарамаҫтан, эске эштәр органының дежур часындағы Енәйәттәр, административ хоҡуҡ боҙоуҙар, ваҡиғалар тураһындағы ғаризалар һәм белдереүҙәрҙе иҫәпкә ҡуйыу кенәгәһендә тәүлек әйләнәһенә теркәлә. Ваҡиға тураһындағы ғариза эске эштәр органына уны биреүсенең үҙенән, юрый, почта, телефон, телеграф йәки электрон рәүештә WWW. GOSUSLUGI.RU Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы аша килергә мөмкин.

Әгәр белдереү, ғариза эске эштәр органына биреүсе үҙе мөрәжәғәт иткән ваҡытта килһә, ул саҡта оператив дежурный ваҡиға тураһындағы белдереүҙе эске эштәр органының дежур бүлегендә теркәү менән бер үк ваҡытта ғариза биреүсегә “талон-белдереү” ҡағыҙы яҙып бирә. Ғариза биреүсе “талон-белдереү” ҡағыҙы алыу тураһында “талон-корешок”ка имзаһын, уны алыу датаһын һәм ваҡытын яҙып ҡуя.

Енәйәттәр тураһындағы ғаризалар һәм белдереүҙәрҙе тикшереү һөҙөмтәләре буйынса тәүтикшереү органы, тәүтикшереүсе, тәфтишсе, тәфтиш органы етәксеһе тарафынан түбәндәге ҡарарҙар-ҙың береһе ҡабул ителә: енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында; енәйәт эшен ҡуҙғатыуҙан баш тартыу тураһында; РФ Енәйәт-процессуаль кодексының 151-се статьяһына ярашлы икенсе урында тикшерелергә тейешлеге буйынса, ә шәхси ғәйепләү енәйәт эштәре буйынса РФ Енәйәт-процессуаль кодексының 20-се статьяһының икенсе өлөшөнә ярашлы тапшырыу тураһында.

ХӨРМӘТЛЕ ГРАЖДАНДАР!

Әгәр һеҙгә әҙерләнеп ятҡан йәки ҡылынған енәйәттәр йәки хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында ниҙер билдәле булһа, дежур частың 2-00-02, 2-04-83 телефондарына йәки МВД-ның БР буйынса “Ышаныс телефоны” – 128 һандарына (Өфө ҡалаһы коды – 347) хәбәр итеүегеҙҙе үтенәбеҙ.