Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
19 Октябрь 2017, 02:00

Район прокуратураһы балиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауға айырым иғтибар бүлә

Шулай итеп, мәктәп директорҙары бойороғо менән раҫланған ата-әсәләр комитеты һәм советы тураһындағы ҡағиҙәләрҙә ата-әсәләр комитеты һәм советына мәктәптең уҡытыу-матди һәм хужалыҡ базаһын нығытыу, нормаль санитария-гигиена шарттары булдырыу, шулай уҡ учреждениены яңы уҡыу йылына әҙерләүҙә ҡатнашыу буйынса нигеҙһеҙ бурыстар йөкмәтелгән. Был хәл мәктәптәргә ата-әсәләр комитетын йәлеп итеп, уҡыусы- ларҙан һәм ата-әсәләрҙән законһыҙ рәүештә аҡса йыйыуҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеген биргән. Ә мәғариф тураһындағы законға ярашлы, белем биреү эшмәкәрлеген матди-техник тәьмин итеү, биналарҙы йыһазландырыу белем биреү ойошмалары компетенцияһында, мәғариф ойошмаларын финанслау дәүләт тарафынан тормошҡа ашырыла... Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2017 йылдың 20 октябрендәге 84-се һанында уҡығыҙ.