Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
25 Сентябрь 2017, 02:00

“Бурыслы”

Административ яуаплылыҡҡа 104 кеше йәлеп ителгән РФ Административ хоҡуҡ боҙоу-ҙар тураһындағы кодекстың 32.2-се статьяһына ярашлы, административ яуаплылыҡҡа тарттырылған кеше штрафын ҡарар законлы көсөнә ингәндән һуң алтмыш көндән дә һуңлатмай түләргә тейеш. Административ штрафты закон менән ҡаралған ваҡыт эсендә түләмәгән осраҡта, полиция хеҙмәткәре бындай мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн тикшергәндән һуң, бурыслынан штрафты мәжбүри түләттереү өсөн суд приставтары хеҙмәтенә административ штраф һалыу тураһында ҡарар ебәрә һәм шул уҡ ваҡытта РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 20.25-се статьяһының 1-се бүлеге буйынса (ҡануниәт менән ҡаралған ваҡыт эсендә административ штрафты түләмәү) административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғата. Артабан административ протокол тикшереү өсөн мировой судҡа ебәрелә. Юғарыла телгә алынған кодекстың 20.25-се статьяһының 1-се бүлегенә ярашлы, ун биш көнгә тиклем ҡулға алыу йәиһә 50 сәғәткә тиклем мотлаҡ эштәргә йәлеп итеү, шулай уҡ түләнмәгән административ штраф суммаһын икеләтә арттырыу (әммә ул бер мең һумдан да кәм булырға тейеш түгел) кеүек яуаплылыҡ ҡаралған. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының күрһәтмәһе нигеҙендә, 2017 йылдың 12 сентябренән 20-һенә тиклем Мәсетле районы территорияһында “Бурыслы” дөйөм-профилактик саралар үтте. Уның маҡсаты – штрафтарын түләмәүселәрҙе административ яуап-лылыҡҡа тарттырыу һәм элек һалын-ған штрафтар буйынса булған бурыс-тарҙы бөтөрөү. 2017 йылдың үткән айҙарында административ язаны үтәүҙән тайпыл-ған өсөн яуаплылыҡҡа 104 кеше тарттырылған. Мировой суд ҡарары буйынса шуларҙың 15-енә ҡулға алыу кеүек яза бирелгән, 75 хоҡуҡ боҙоусы мотлаҡ эштәргә йәлеп ителгән, ҡал-ғандарына түләнмәгән административ штраф суммаһын икеләтә арттырып түләргә тура киләсәк. Элек һалынған штрафын үҙ ирке менән түләргә теләмәүсе граждандарға ҡарата суд приставтары-башҡарыусылары хеҙмәтенә 119 ҡарар ебәрелгән. Юғарыла әйтелгәндәрҙән сығып, түләнмәгән административ штрафтары булған граждандарға мөрәжәғәт итәбеҙ: бурыстарығыҙҙы түләгеҙ һәм квитанцияларығыҙҙы Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Тракт урамы, 7 адресы буйынса урынлашҡан Мәсетле эске эштәр бүлегенә (23-сө кабинет) килтерегеҙ. Шулай уҡ түләнмәгән штрафтар тураһында мәғлүмәтте 8 (34770) 2-00-02 телефоны буйынса алырға мөмкин. Полиция хеҙмәткәрҙәре граждандарға административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса булған бурыстарын ваҡытында түләргә кәңәш итә. Р. ҒӘНИЕВА,Мәсетле эске эштәр бүлегенең административ ҡануниәтте үтәү буйынса инспекторы, полицияның өлкән лейтенанты.