Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
18 Сентябрь 2017, 02:00

Кем ғәйепле һәм нимә эшләргә?

Һуңғы ваҡыт Мәсетле районы юлдарында малдар арҡаһында юл-транспорт ваҡиғалары йышайҙы. 9 сентябрҙә төнгө 12-ләр тирәһендә Һабанаҡ ауылы боролошона етмәҫ элек еңел автомобиль ике һыйыр һәм бер быҙауға бәрелә. Малдар һәләк була. Автомобиль ҙур зыян күрә. Бәхеткә күрә, транспорт салонында булған ике кеше иҫән ҡала, уларҙы бәрелештең уң яҡҡа тура килеүе генә ҡотҡара. 12 сентябрҙә таңғы биштәр тирәһендә “Юлай” кафеһынан алыҫ түгел ВАЗ-2115 автомобиле атҡа бәрелә. Водитель әйтеүенсә, ат трассаға кинәт килеп сыға. Бәрелештән машина юл ситенә төшөп китә. Ике пассажир тән йәрәхәте ала. Биш минуттан һуң ерҙә ятҡан әлеге атҡа тағы ла “ДАФ” маркалы ауыр йөк ташыусы тран-спорт килеп менә. Машина механик зыян күрә. Бындай осраҡтарҙа кем ғәйепле: транспорт сараһы водителеме, әллә мал хужаһымы? Водителдәр юл-транспорт ваҡиғаһында мал хужаларын ғәйепләйҙер, моғайын. Ләкин бер яҡтан ҡараһаң, водитель тиҙлек режимын күҙәтмәгән һәм айыҡ аҡыл- ға ла, водитель тәжрибәһенә лә таянмаған, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтмәгән, тейешле һаҡланыу сараларын ҡулланмаған һәм юл-тран-спорт ваҡиғаһын булдырмаҫ өсөн хәленән килгәндең барыһын да эшләмәгән кеүек. Һыйырҙың берәй юл ситендәге ҡыуаҡлыҡта йәшеренеп һәм автомобилдең яҡынай-ғанын тыныс ҡына көтөп, һуңғы мәлдә юлға атылып килеп сығыуын күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең 10.1-се пунктында былай тиелә: водитель хәрәкәт итеүҙең интенсивлығын, транспорт сараһының һәм йөктөң үҙенсәлектәрен, юл һәм һауа торошо шарттарын йәки күренеүсәнлекте иҫәпкә алып, транспорт сараһының тиҙлеген билдәләнгән сикләмәнән арттырмаҫҡа тейеш. Тиҙлек водителде ҡағиҙә талаптарын үтәү өсөн тран-спорт сараһы хәрәкәтен даими контролдә тотоу мөмкинлеге менән тәьмин итергә тейеш. Юлда водитель күрер хәлдә булған хәүеф килеп сыҡһа, ул тиҙлекте кәметеү өсөн булған бөтә сараларҙы ҡулланырға, мөмкин икән, транспорт сараһын туҡтатыр-ға тейеш. Икенсе яҡтан, ҡараусы-һыҙ йөрөгән малдар проблемаһы көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 7.3-сө статьяһы түбәндәгене белдерә: малдар-ҙы көтөү һәм ҡыуыу буйынса Башҡортостан Республикаһының норматив-хоҡуҡи акттары менән билдәләнгән тәртипте боҙған өсөн Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте менән граждандарға 500 һумдан алып 1000 һумға тиклем административ штраф ҡарал-ған; ойошмаларға – 3000-дән 5000 һумға тиклем; юридик шәхестәргә – 10000-дән 15000 һумға тиклем. Әйткәндәй, бәрҙерелгән һыйырҙарҙың һәм аттың хужалары табылмаған. Малдар-ҙың биркалары булмаған, яҡын ауылдарҙағы кешеләр-ҙән һорау алыу бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәгән. Малдар ҡарауһыҙ йөрөгән өсөн штраф күләмен арттырыу бер нәмә лә бирмәйәсәк. Биркалары булмағанлыҡтан, юлда бәрҙерелгән малдың хужаһын күп осраҡта табып булмай, тимәк, яуап биреүсе лә юҡ. Кешеләрҙе малдарына бирка беркеттереүе бик ауыр. Бәлки, хужаларға малдарына флюоресцентлы буяу һөртөргә йәки фар яҡтыһын сағылдырыусы бәйләместәр тағырға ҡушыр-ғалыр. Ә ниңә, хужаға ла, водителгә лә яҡшы буласаҡ. Тәүгеләре малдарын һаҡлап ҡаласаҡ, икенселәре – үҙ ғүмерҙәрен һәм автомобилдәрен. Эльвира РАМАЗАНОВА.