Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
5 Сентябрь 2017, 02:00

“Ҡоралыңды тапшыр ҙа аҡса ал” акцияһы дауам итә

Республика территорияһында “Ҡоралыңды тапшыр ҙа аҡса ал” шартлы исеме бирелгән үҙ иркең менән ҡорал тапшырыу акцияһы дауам итә. Әлеге акция 2017 йылдың 4 сентябренән 8-енә тиклем уҙғарыла. Акцияның маҡсаты – граждандарҙы законһыҙ һаҡланған ҡоралдарын, һуғыш кәрәк-яраҡтарын, шартлатҡыс матдәләр һәм шартлат-ҡыс ҡоролмаларын ирекле рәүештә бушлай тапшырырға өгөтләү. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан законһыҙ һаҡланған ҡоралдарҙы һәм һуғыш кәрәк-яраҡтарын үҙ иректәре менән тапшырған өсөн түләүҙәр күләменә тейешле үҙгәрештәр индерелде (2014 йылдың 22 июлендәге 339-сы ҡарар). Законһыҙ һаҡланған ҡоралды һәм һуғыш кәрәк-яраҡтарын тапшырыу өсөн граждандарға Мәсетле эске эштәр бүлегенең дежур часына ғариза менән үҙҙәренә мөрәжәғәт итергә һәм ҡоралдарын, һуғыш кәрәк-яраҡтарын алып килергә кәрәк. Дежур часта теләгән бер ҡоралды, патрондарҙы, шартлатҡыс матдәләрҙе һәм шартлатҡыс ҡоролмаларҙы тәүлек әйләнәһенә ҡабул итәсәктәр, ҡабул итеү тураһында акт яҙып, квитанция бирәсәктәр. Һуғыш ҡоралы өсөн бүләкләү күләме (берәмеге өсөн һумдарҙа): - гранатомёт, миномёт, пулемёт – 15000 һум ; - автомат – 13000 һум; - винтовка, карабин – 10000 һум; - пистолет, револьвер – 8000 һум. Хеҙмәт ҡоралы өсөн бүләкләү күләме (берәмеге өсөн һумдарҙа): - пистолет, револьвер – 5000 һум. Граждандар ҡоралы өсөн бүләкләү күләме (берәмеге өсөн һумдарҙа): - һунар атыу ҡоралы, һырлы көбәкле спорт ҡоралы – 10000 һум; - пневматик һунар ҡоралы, шыма көбәкле атыу ҡоралы, шыма көбәкле спорт ҡоралы – 10000 һум; - сәпкә тейҙереү мөмкинлеге сикләнгән атыу ҡоралы – 5000 һум; - газлы револьверҙар, пистолеттар – 3000 һум; - сигнал биреү ҡоралы, һалҡын ҡорал – 1000 һум. Ҡулдан яһалған ҡорал, обрездар өсөн бүләкләү күләме (берәмеге өсөн һумдарҙа): - һырлы көбәкле, шул иҫәптән ҡыҫҡа көбәкле ҡорал, һырлы көбәкле ҡорал обрезы – 10000 һум; - шыма көбәкле ҡорал, шыма көбәкле ҡорал обрезы – 4000 һум. Һуғыш кәрәк-яраҡтары өсөн бүләкләү күләме (берәмеге өсөн һумдарҙа): - һырлы ҡорал патрондары –20 һум; - шыма көбәкле ҡорал, үҙ-үҙеңде һаҡлау өсөн тотолған көбәкһеҙ ҡорал патрондары – 10 һум. Шартлатҡыс матдәләр һәм шартлатыу ҡоролмалары өсөн бүләкләү күләме (грамм өсөн һумдарҙа): - пластит – 5000 һум; - тротил, аммонит – 4000 һум; - башҡалар (дары һ. б.) – 200 һум; - сәнәғәт етештергән шартлатҡыс ҡоролмалар – 1 берәмеге өсөн 5000 һум; - ҡулдан эшләнгән шартлатҡыс ҡоролмалар – 1 берәмеге өсөн 3000 һум. Р. Вәлиев, Рәсәй гвардияһының БР буйынса идаралығының лицензия-рөхсәт биреү бүлексәһе инспекторы, полиция майоры.