Мәсетле тормошо
+10 °С
Облачно
Кеше һәм уның эше
13 Октября , 10:00

Үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай

Фермала эшләү шарттарының ауыр булыуын һәм ҙур сыҙамлыҡ талап итеүен барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ. Мал ҡараусыларҙың эше йыл әйләнәһенә ялһыҙ дауам итә. Бында үҙ эшенә мөкиббән бирелгән кеше генә күп йылдар дауамында хеҙмәт итә ала. Илшат Ғайсин – ошондай ауыл уңғандарының береһе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Үҙ бурыстарына яуаплы ҡарайҮҙ бурыстарына яуаплы ҡарай
Үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай

Илшат Ғиниәт улы Көршәле ауылынан. Ун бала тәрбиәләнгән ҙур ғаиләлә ул иң кесеһе була. Ата-әсәһе менән туғандары ауыл хужалығында хеҙмәт итә: атаһы – мал ҡараусы, әсәһе – һауынсы, өлкән ағалары ла фермала эшләй. Бала саҡтан бәләкәй Илшат улар янында йөрөй, малдар­ҙы нисек ҡарауҙарын күреп үҫә.
Ата-әсәһе иртә донъя ҡуя, 9-сы класта уҡып йөрөгән Илшат Рәҡифә әбей тәрбиәһендә тороп ҡала. Мәктәпте тамамлағас, Бәләбәй училищеһына киномеханикка уҡырға инә, унда бер йыл уҡый. Һуңынан армия хеҙмәтен Байконурҙа йыһан ғәскәр­ҙәрендә үтә. Хеҙмәттән һуң, Стәрлетамаҡта водитель һәм иретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡып сыға.
Тыуған ауылына ҡайтҡас, егет ғаилә ҡора. 1986 йылда Фрунзе исемендәге колхоздың Яңы Мишәр комплекслы бригадаһында иретеп йәбештереүсе булып эшләй башлай. Колхоз тарҡалғас, “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Көршәле мал һимертеү майҙансығына мал ҡарарға күсә. Үҙ бурыстарына һәр ваҡыт яуаплы ҡарай.
– Илшат Ғайсин – намыҫлы, иғтибарлы һәм тырыш хеҙмәткәр. “Йондоҙ” хужалығына утыҙ йылдан ашыу ғүмерен бағышланы. 2018 йылдан Яңы Мишәр һөтсөлөк фермаһында эшләй: ҡыш быҙауҙар ҡарай, йәй малдар көтә һәм ҡарауылда тора. Ул 170 баш һыйыр малы өсөн яуап бирә. Тырыш хеҙмәткәребеҙҙе ярҙамһыҙ ҡалдырмайбыҙ: шәхси хужалығы өсөн мал аҙығы, бесән һәм һалам килтерәбеҙ, – тип һөйләй хужалыҡ етәксеһе Мәҡсүт Камалов.
Илшат Ғайсин фекеренсә, фермала хеҙмәт – физик көс һәм билдәле бер күнекмәләр талап иткән ирҙәр эше.
– Малсылыҡ өлкәһендә эшләү – минең үҙ ҡарарым. Ошо юлды һайлағаныма үкенмәйем. Үҙ бурыс­тарымды ҙур теләк менән башҡарам, – тип һөйләй ул.
Агросәнәғәт тармағында эшләп йөрөгән хеҙмәтсәндәрҙе ауыл тормошо тәбиғәткә яҡынлығы менән йәлеп итә. Илшат Ғиниәт улы ла тыныс булғаны һәм үҙ хужалығын алып барыу мөмкинлеге өсөн һайлаған ауыл ерен. Шәхси хужалығында өс һыйыры һәм алты аты бар. Малдарҙы ҡатыны менән бергә ҡарайҙар. Бөтә ауыл халҡы кеүек, улар ҙа йәшелсә үҫтерә.
Илшат Ғайсин – өлгөлө ғаилә башлығы. Ҡатыны менән күп йылдар бәхетле никахта йәшәйҙәр, өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Хәҙер улар­ҙың өс ейәне һәм бер ейәнсәре бар.
Уны хужалыҡта бик баһалайҙар, намыҫлы хеҙмәте хужалыҡтың, район хакимиәтенең почет грамоталары менән билдәләнгән. Ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ауылдаштары, хеҙмәттәштәре һәм етәкселеге араһында ихтирамлы.
Малсылыҡ тармағындағы күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте өсөн Илшат Ғиниәт улына Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығынан Рәхмәт хаты тапшырылған. 2025 йылда “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” район конкурсында иң яҡшы мал ҡараусы тип табыла.

Луиза ЗАКИРОВА.

Автор: