

Николай Чебыкиндың да бөтә тормошо, урта белем тураһында аттестат алғандан алып бөгөнгө көнгә тиклем, тыуған хужалыҡ менән тығыҙ бәйләнгән.
Николай Валерьевич Кесе Ыҡтамаҡ ауылында тыуып үҫкән. Күп балалы ғаиләлә өс бала үҫә. Атаһы колхозда – комбайнсы, әсәһе сусҡа ҡараусы була. Шулай уҡ колхозда уның өләсәләре лә эшләй. Механизаторҙың техникаға һөйөүе әсә һөтө менән дә, атаһының май еҫе һеңгән эш кейеменән дә килә: бәләкәй Николай колхозға мәктәп эскәмйәһенән үк ярҙам итә башлай.
Кесе Ыҡтамаҡ урта мәктәбен тамамлағандан һуң армияға саҡырыла. Алыҫ Көнсығышта сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Тыуған ауылына ҡайтҡас, колхозға эшкә инә.
Николай Валерьевич үҙенең профессиональ юлын 1993 йылда “Ленинский” кооперативы ойошторолғандан алып башлай. 11 йыл ул тәьмин итеү буйынса механик булып – сит күҙҙәр өсөн күренмәгән, әммә һәр хужалыҡ өсөн бик мөһим вазифаны башҡара. Ул машина-трактор оҫтаханаһын запас частар менән тәьмин итә, ҙур техника паркындағы һәр винтты белгән професионалға әйләнә.
2007 йылда кооператив етәкселеге, йәш белгестә эшләргә ҙур теләк, яуап-лылыҡ һәм иғтибарлылыҡ күреп, уға комплекслы бригаданың механик вазифаһын ышанып тапшыра. Дүрт йыл буйына ир белемен арттыра: иҡтисад нигеҙҙәрен, производствоны ойоштороуҙы, культураларҙы үҫтереүҙең алдынғы технологияларын һәм малсылыҡта юғары күрһәткестәр алыу өсөн зоотехник талаптарҙы өйрәнә.
Эшһөйәр һәм эҙләнеүсән хеҙмәтсәндең тырышлығы иғтибарһыҙ ҡалмай. 2011 йылда 2-се бригада эшселәре Николай Чебыкин иң эрудицияланған һәм компетентлы хеҙмәткәр, тигән дөйөм фекергә килә. Бер тауыштан уны 2-се комплекслы бригада бригадиры итеп һайлайҙар.
– Был вазифа тәүлек әйләнәһенә ялһыҙ эшләү, тигәнде аңлата. Эшләү дәүерендә мин бер ябай нәмәне аңланым: ер дилетанттарҙы ғәфү итмәй. Бригада сәғәт кеүек теүәл эшләһен өсөн, был системалағы һәр тармаҡты – үҫемлек биологияһынан алып трактор механикаһына тиклем яҡшы белергә тейешһең, – ти ир.
Николай Валерьевич етәкселек иткән йылдарҙа технологик процестарҙы камил үҙләштерә. Бөгөн ул орлоҡҡа, фуражға һәм ашламаларға ҡуйылған талаптарҙы, беркетелгән ҡорамалдарҙы, тракторҙарҙы һәм ауыл хужалығы машиналарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен, хеҙмәтте һаҡлау, сәнәғәт һәм янғын хәүефһеҙлеге нормаларын теүәл белә.
Бригадир хеҙмәтте ойоштороу һәм эш хаҡы түләүҙең фәнни нигеҙләнгән нормаларына таяна, коллективтың һәр ағзаһының эске хеҙмәт тәртибен үтәүен ҡәтғи күҙәтә.
Әммә бригада етәксеһенең төп яҡшы сифаты – кешеләр менән эшләй белеү һәләте. Николай Чебыкин үҙенең өлгөһө менән эшселәрҙә хәстәрлек, хеҙмәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй. Бригадала ярышыу рухын сәләмләй. Тап ошо дисциплинаны нығытыуға, квалификацияны күтәреүгә һәм остазлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Николай Валерьевич үҙенең профессиональ эшмәкәрлегендә ҙур уңыштарға өлгәшә һәм шулай уҡ өлгөлө ғаилә башлығы булып тора. Ҡатыны Аксана Александровна менән бергә 27 йыл татыу йәшәйҙәр. Ике бала үҫтергәндәр: ҡыҙҙары Анна Екатеринбург ҡалаһында йәшәй һәм эшләй, улы Антон – армия хеҙмәтен үтә. Ҡатыны Аксана Александровна шул уҡ кооперативтың сусҡа фермаһында – зоотехник.
Николай Валерьевич ауыл хужалығына 30 йылдан ашыу ғүмерен бағышлай, тәьмин итеү буйынса механиктан бригадирға тиклем юл үтә. Эшләгән йылдарында ул етәкселектең, район хакимиәтенең күп һанлы рәхмәт хаттарына һәм грамоталарына, БР Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ (2016 йыл). 2025 йылда Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөн байрам иткәндә Николай Чебыкинға “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы тапшырылды.
Луиза ЗАКИРОВА.