

“Һөнәре буйынса иң яҡшыһы-2025” баҫмалар циклы сиктәрендә Йонос ауыл советының эштәр менән идара итеүсеһе Эльвира Шараеваны хөрмәтләйбеҙ.
Күгәрсен районынан Эльвира Рәхим ҡыҙы бына инде 33 йыл район етәкселеге һәм ауыл биләмәһе халҡы араһында ныҡлы бәйләнеш булдырып хеҙмәт итә. Ошо йылдар эсендә баш иҡтисадсынан алып эштәр менән идара итеүсеһенә тиклем юл үтә, ауыл биләмәһе башлығының уң ҡулы булып тора.
Уның менән оҙаҡ йылдар бергә эшләгән коллегалары ҡатындың башҡарыусан, талапсан, иҫ киткес яуаплы икәнен яҡшы белә. Ул хата китергә мөмкинлек бирмәй һәр документты ентекле ҡарай, башланған эште аҙағына тиклем атҡарған белгес.
– Эльвира Рәхим ҡыҙының һайлау комиссияһындағы эше айырым һоҡланыуға лайыҡ, – ти коллегалары. – Ә ауылдың йәмәғәт тормошонда ҡатнашыуы һәр ваҡыт вазифа инструкцияһы сиктәренән сыға. Әгәр өмә ойошторорға йәиһә ветерандарға ярҙам итергә кәрәк икән, ул беренсе булып тотона.
Эшкә бар көсөн һәм ваҡытын биргән был ҡатындың хеҙмәте республиканың, райондың төрлө ведомстволарынан бер нисә тапҡыр рәхмәт хаттары һәм почет грамоталары менән билдәләнгән. Әммә һәр муниципаль хеҙмәткәр өсөн төп награда – яҡташтарының ихтирамы, ә Эльвира Шараева ауылдаштарының хөрмәтен яулаған белгес.
Үҙ эшендә уңышҡа өлгәшкән һәр кешенең артында ышаныслы тыл тора, һәр көслө ойоштороусыға ныҡлы ғаиләһе көс бирә. Ире Рөстәм Данис улы менән ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр, бергәләп ҡыҙҙарына яҡшы белем алырға ярҙам итәләр.
Өйҙә Эльвира Рәхим ҡыҙы – яратҡан әсәй һәм тоғро ҡатын, хеҙмәт бурыстарынан тыш ғаиләһе өсөн дә ваҡыт таба белгән уңған хужабикә.
Шуны ла әйтергә кәрәк, ошо көндәрҙә ул үҙенең матур ғүмер байрамын – юбилейын билдәләне. Тыуған көндәрҙә үҙ эштәреңде, ҡаҙаныштарыңды йомғаҡлау һәм баһалау йолаһы бар. Юбиляр уны хөрмәт иткән һәм ҡәҙерләгән ауылдаштарына эшенең файҙа килтереүе менән ғорурлана ала.
Светлана СЕРГЕЕВА
әҙерләне.