

Бөгөн беҙ һеҙҙе ғүмере мәрхәмәтлек эталонына әйләнгән кеше менән таныштырабыҙ. Ул – “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” район конкурсының “Иң яҡшы медицина хеҙмәткәре” номинацияһында еңеүсе, Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының табип-инфекционист кабинеты шәфҡәт туташы Зәлифә Вәлиева. Уның биографияһы – 46 йыл халыҡ именлеге хаҡына хеҙмәт. Ярты быуатҡа яҡын ғүмерен ул, пациенттарға өмөт биреп һәм ярҙам итеп, һаулыҡ һаҡлауға арнаған.
Зәлифә Мәғәфүр ҡыҙы поликлиниканың өлкән шәфҡәт туташы булып эшләү тәжрибәһенә эйә. Бөтә учреждениеның аныҡ ритмы ойоштороу һәләтенә бәйле. Ул COVID-19 пандемияһы ваҡытында коронавирусҡа ҡаршы көрәш үҙәгендә булды, ә ул саҡта табиптар кеше мөмкинлектәре сигендә эшләне. Шәфҡәт туташы мәсетлеләрҙең һаулығын һәм ғүмерен һаҡлауға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе.
Бөгөн табип-инфекционист кабинетында эшләп, уның иғтибарлы етәкселегендә һәм әүҙем ҡатнашлығында һауыҡтырыуҙың юғары күрһәткестәренә өлгәшелә. Ҡоро статистика һандары артында күпме хеҙмәт, тырышлыҡ торғанын тәжрибәле медицина хеҙмәткәре үҙе генә белә. Зәлифә Мәғәфүр ҡыҙының һөнәри оҫталығы уның кеше хәленә инә белеү, кәрәк саҡта ярҙамға килеү һәләте менән тығыҙ бәйләнгән. Һөнәренә тоғролоғо, иғтибарлы, шәфҡәтле булыуы һәм камиллыҡҡа ынтылышы уны лидер итә, коллегалары өсөн әхлаҡи йүнәлеш булып тора. Ул прививка алдынан ҡурҡҡан балаға кәрәкле һүҙҙәр таба, өмөтөн юғалтҡан өлкәндәрҙе дәртләндерә, көсөргәнеште кәметә белә. Ул сирҙе генә түгел, күңел торошон да дауалау мөһим икәнлеген яҡшы аңлай, шуға күрә һәр ваҡыт бәләгә тарығандарға эмоциональ һәм психологик ярҙам күрһәтергә әҙер.
Етәкселек Зәлифә Мәғәфүр ҡыҙының фиҙаҡәр хеҙмәтен юғары баһаланы. 2023 йылда “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһе менән бүләкләү уның карьераһында мөһим этап булды. Ә 2025 йыл йомғаҡтары буйынса “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” конкурсында еңеү – уның күп йыллыҡ хеҙмәтен лайыҡлы таныу.
Шәфҡәт туташы эшенең иң изге һәм кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе булып ҡалыуын үҙенең хеҙмәте менән көн һайын дәлилләй ул.
Светлана СЕРГЕЕВА.