

Төп номинацияларҙың береһендә еңеүсе – Луара Рәхимова. Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының алыштырғыһыҙ бухгалтерия етәксеһе “Финанс-иҡтисад өлкәһендәге иң яҡшы хеҙмәткәр” исеменә лайыҡ булды.
Бына инде егерме йылдан ашыу, 2000 йылдан башлап, ул үҙәк район дауаханаһының финанс өлкәһе өсөн яуаплы. Ошо йылдар дауамында райондың ҙур ойошмаһы бухгалтерияһы тәртип һәм аныҡлыҡ эталоны булып тора.
Финанс тармағында бүлек менән етәкселек итеү өсөн ҙур тәжрибә һәм оҫталыҡ кәрәк. Был һандар менән генә эшләү түгел, ә юғары яуаплылыҡ талап иткән ҡатмарлы процесс. Тап уларҙың эшенә айырым алынған предприятиеның уңышы, шул уҡ ваҡытта бөтә дәүләттең иҡтисады ла бәйле.
Луара Рәхимованың атаһы, Фазылйән Абдрахман улы, ғүмер буйы иҡтисадсы булып эшләй. Уның теүәл фәндәргә ынтылышы ҡыҙына ла күсә. Ул мәктәп йылдарынан уҡ ошондай һөнәр һайларға ҡарар итә.
Оло Аҡа мәктәбен тамамлағас, Луара Фазылйән ҡыҙы Саранск ҡалаһындағы ҡулланыусылар кооперацияһы университетының иҡтисад факультетына “Бухиҫәп, анализ һәм аудит” йүнәлеше буйынса уҡырға инә.
Диплом алып, районға ҡайтҡас, район ҡулланыусылар йәмғиәтенең баш бухгалтер урынбаҫары, ә һуңынан баш бухгалтеры вазифаһына тәғәйенләнә, ә 26 йыл элек үҙәк район дауаханаһының бухгалтерияһына етәкселек итеүҙе ышанып тапшыралар.
Луара Фазылйән ҡыҙы бөтә коллективтың эшен һөҙөмтәле төҙөп, үҙен талантлы ойоштороусы булараҡ күрһәтә. Иҫәпләүҙең һәм ҡәтғи контролдең заманса методикаларын индереү һөҙөмтәһендә дауахана ресурстарҙы һаҡсыл тотоуға һәм хеҙмәткәрҙәр, дәүләт алдында бөтә финанс йөкләмәләрен камил үтәүгә өлгәшә. Айырыуса уның документтар әйләнешен һәм эске контроль системаһын камиллаштырыу буйынса башланғыстарын билдәләп үтергә кәрәк. Тап ошо аҙымдар бухгалтерияның эшен өлгөлө итергә мөмкинлек бирә. Әммә етәксенең төп ҡаҙанышы – берҙәм һәм татыу эшләгән профессионалдар командаһы.
– Уңышлы бухгалтер – ул яҡшы хәтерле, йыйнаҡ һәм белемен камиллаштырырға әҙер кеше, – ти ул.
Һәм ул хаҡлы: закондар һәм талаптар даими үҙгәрә, әгәр йүнәлештәрҙе ваҡытында ҡулланмаһаң, бындай хеҙмәткәрҙең ҡиммәте лә юҡҡа сыға. Бынан тыш, Луара Рәхимова бухгалтер бер юлы юрист, программист та булырға тейеш тип иҫәпләй, сөнки был һөнәрҙәр үҙ-ара тығыҙ бәйле.
Луара Фазылйән ҡыҙының юғары һөнәри оҫталығы республика кимәлендә бер нисә тапҡыр билдәләнә. Ул тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте менән Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһына (2010 йыл) һәм Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының Почет грамотаһына (2023 йыл) лайыҡ.
Беҙҙең хәбәрсе.