

Игорь Владимирович 1980 йылда Ташкентта тыуған. Уның әсәһе совет заманында эшкә йүнәлеш буйынса китә һәм унда буласаҡ ире менән таныша. Уларҙың ике улдары тыуа. СССР тарҡалғандан һуң ғаилә әсәһенең тыуған яғы Оло Ыҡтамаҡ ауылына ҡайта.
1997 йылда, Оло Ыҡтамаҡҡа күсеп килгәс, егет урындағы көнкүреш хеҙмәте комбинаты ҡарамағындағы итек тегеү оҫтаханаһында эш таба. Тәжрибәле остаз Александр Марин ярҙамында аяҡ-кейеме йүнәтеүҙең барлыҡ нескәлектәренә өйрәнә.
– Һөнәрҙе үҙләштереү еңелдән булманы, әммә тырышлығым һәм түҙемлегем менән барыһына ла ирештем. Был эштә ҡыҙыҡһыныусан аҡыл, сыҙамлыҡ һәм, әлбиттә, бармаҡтарҙың һығылмалы булыуы кәрәк, – ти оҫта.
1999 йылда Игорь Владимирович армияға китә, ләкин хеҙмәттән һуң икеләнмәйенсә яратҡан эшенә ҡайта һәм шул ваҡыттан алып һөнәрен алмаштырмай.
Эшләү йылдарында ҙур тәжрибә туплаған ир аяҡ кейеменең ябай кеше күҙенә ташланмаған ваҡ дефекттарын беренсе ҡараштан уҡ билдәләй.
– Һәр ремонт үҙенсәлекле, айырыуса ортопедик аяҡ кейеме тураһында һүҙ барғанда, – тип һыҙыҡ өҫтөнә ала ул. – Әгәр ғәҙәти аяҡ кейеме автоматта ремонтланһа, ортопедик үҙенә бер алым талап итә: материалды, елемде, эшкәртеү ысулын һайларға кәрәк. Һыу булһынмы, химиямы йәиһә тоҙмо – деформацияның сәбәбен аңлау мөһим.
Үҙ эшендә ул традицион инструменттар – итек сүкеше, бысаҡтар, ҡыпсыуыр, шулай уҡ заманса материалдарҙан махсус елем, буяу, шпаклёвка һәм ышҡылған урындарҙы ремонтлау өсөн “шыйыҡ күн” файҙалана. Игорь Владимирович фекеренсә, күндән тегелгән аяҡ кейеме һәр саҡ эталон булып ҡала.
Ете йыл самаһы элек Игорь Владимирович асҡыстар эшләүҙе һәм ҡоралды үткерләүҙе үҙләштерә. Мәсетле районы халыҡ мәшғүллеге үҙәге аша дәүләт ярҙамы менән заманса станоктар, ҡорамалдар һатып ала. Хәҙер оҫта һәр төрлө ҡатмарлыҡтағы асҡыстарҙы тиҙ һәм сифатлы итеп яһауҙан тыш, көнкүреш һәм профессиональ эш ҡоралын да үткерләп бирә. Уға Мәсетле районынан ғына түгел, күрше райондарҙан һәм Свердловск өлкәһенән дә клиенттар килә.
Әгәр кеше оҫтаға ҡабат-ҡабат килә икән, был эш сифатының иң яҡшы күрһәткесе, тигән ышаныста ул.
– Һәр клиенттың 100% ҡәнәғәт ҡалыуына гарантия бирә алмайым, сөнки һәр кемдең үҙ өҫтөнлөгө һәм фекере бар. Әгәр миңә тағы ла килһәләр, был минең эшемдең һөҙөмтәһе яҡшы булыуы тураһында һөйләй, – тип йылмайып билдәләй аяҡ кейеме тегеүсе.
Игорь Меркулов – яҡшы атай. 21 йәшлек ҡыҙы ҡалала ситтән тороп уҡый һәм бер үк ваҡытта Рәсәй тимер юлдарында хеҙмәт һағы өлкәһендә эшләй. Уның өлкән ағаһы Силәбегә күсеп китә һәм ғаиләһе менән шунда төпләнә. Игорь Владимирович олоғайған әсәһен хәстәрләй, уға өйҙәге эштәрендә ярҙам итә.
Бөгөн ул – үҙмәшғүл оҫта. Уны үҙ эшен яҡшы белгән, ғәҙел һәм алтын ҡуллы оҫта тип беләләр һәм ошо сифаттары өсөн баһалайҙар.
Рәмил МАЙҘАНОВ.