

Хәтмулла Фәтҡулла улы 1969 йылда Дыуан районының Яраҫтау училищеһында тракторсы һөнәре буйынса уҡып сығып, хеҙмәт юлын тыуған ауылы колхозында башлай. 1972 йылдан 1974 йылға тиклем Мурманск өлкәһендә, Полярный ҡалаһында, инженер-сапер батальонында хеҙмәт итә. Армия уның характерын нығыта, яуаплылыҡҡа һәм сыҙамлыҡҡа өйрәтә.
Тыуған еренә әйләнеп ҡайтҡан Хәтмулла Яхин хеҙмәт юлын дауам итә. Күп йылдар клуб мөдире, ә һуңынан хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем колхозда тимерсе һәм иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Алтын ҡуллы ирҙең хеҙмәте һәр ваҡыт талап ителә, ауылдаштары әле лә уға ярҙам һорап килә.
Ҡатыны Тәмимә Носрат ҡыҙы шул уҡ колхозда бухгалтер, кассир булып эшләй. Быйыл улар алтын туйҙарын билдәләне. Яхиндар ныҡлы ғаилә ҡороп, өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Өлкән ҡыҙҙары Светлана – Өфөләге 49-сы мәктәп директоры, кесе ҡыҙҙары Лиана 268-се балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике йыл элек ир менән ҡатын ауыр юғалтыу кисерә – улдары Айгиз вафат була. Көслө рухлы Яхиндар бер-береһенә ярҙам итеп, ғаилә усағының йылыһын һаҡлап йәшәй.
Хәтмулла Яхиндың төп һыҙаты – кешеләргә ҡарата изгелеге һәм битараф булмауы. 17 йыл инде ул ауыл зыяратын ҡарап тора: ҡоймаларын тергеҙә, өмәләр ойоштора, һәр ҡәбер урынын хәтерләй.
Әүҙем тормош алып барған 72 йәшлек уҙаман ҡатыны менән бергә ҙур хужалыҡ тота, баҡса үҫтерәләр, Ҡөрьәнде өйрәнә. Бөтә был эштәре менән ул тыуған ер менән бәйләнеште дауам итә һәм йәш быуынға өлгө булып тора.
Луиза ЗАКИРОВА.