Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
16 Март , 15:20

Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып

2024 йылдан алып Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында йәш табип анестезиолог-реаниматолог Шухрат Салмонзода эшләй. Медицинаға профессиональ ҡыҙыҡһыныу һәм был өлкәлә үҫешкә ынтылыш йәшәү урынын үҙгәртеү һәм Тажикстандан Рәсәй Федерацияһына күсеү өсөн этәргес була.

Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып
Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып

Ул 1999 йылда Тажикстан Республикаһының Кумсангир районында тыуған. Пациенттарҙы һауыҡтырған һәм уларға йәшәү шатлығы бүләк иткән табиптарҙың фиҙаҡәрлеге малайҙы бала саҡтан уҡ һоҡландыра. Тап шул ваҡытта үҙен халыҡҡа хеҙмәт итеүгә бағышлау теләге уяна.
2016 йылда Шухрат Сабур Тажикстан дәүләт медицина университетына “Дауалау эше” һөнәре буйынса уҡырға инә. Нәҡ унда маҡсатҡа һәм һөнәрҙе камил белеүгә ынтылыш барлыҡҡа килә. Буласаҡ табип медицина үренә юлдың оҙайлы икәнен аңлай.
Тажикстанда университетты тамамлағас, 2022 йылда йәш белгес Башҡортостанға килә. Артабан Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә, унда “Анестезиология-реаниматология” йүнәлеше буйынса ординатурала белем ала һәм уны практикала нығыта. Был Шухраттың артабанғы яҙмышын билдәләй.
Практиканы Башҡортостандың ҙур медицина учреждениеларында, шул иҫәптән Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында һәм Өфөнөң 21-се ҡала дауаханаһында үтә. Бында буласаҡ белгес оҫталыҡ нигеҙҙәрен, стресс шарттарында тиҙ һәм ышаныслы эш итә белеүҙе үҙләштерә. Эш барышында тыныс һәм асыҡ фекер йөрөтөп, тиҙ арала ҡарарҙар ҡабул итеү һәләте барлыҡҡа килә.
– Ординатура ваҡытында һөнәребеҙҙең төп ҡағиҙәһен аңланым: һәр секунд мөһим, һәр эш уйланылған һәм төплө булырға тейеш. Сөнки һүҙ кеше ғүмере тураһында бара, – ти ул.
Бөгөн Шухрат Сабур Салмонзода Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының анестезия һәм интенсив терапия өлкәһендә квалификациялы белгес булып тора. Уның эше яуаплы һәм көсөргәнешле, сөнки пациенттың ғүмере анестезиолог-реаниматологтың эшенә лә бәйле. Һәр пациент өсөн ул шәхси үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, организмдың торошона ентекле анализ яһап, айырым алым һайлай. Хирургия операцияһы ваҡытында хәүефһеҙ һәм һөҙөмтәле анестезия булдырыу, мөһим күрһәткестәрҙе күҙәтеү һәм ғәҙәттән тыш хәлдәргә тиҙ арала иғтибар итеү – уның эшенең төп элементы. Шухрат ауыртыуҙы баҫыу һәм реанимация алымдарының яңыларын әүҙем индерә, дауалау технологияларын һәм методикаларын өйрәнеп, квалификацияһын даими күтәрә.
Ата-әсәһе егеттә яуаплылыҡ һәм тәртип кеүек сифаттар тәрбиәләгән. 2023 йылда Шухрат өйләнә, туй тыуған яғында үтә. Ҡатынын Мәсетле районына күсереп алып килә. Күптән түгел уларҙың ҡыҙы тыуған, уға хәҙер дүрт ай.
Ғаилә Шухраттың һөнәри тормошонда төп роль уйнай. Ара йыраҡ булыуына ҡарамаҫтан, Тажикстандан туғандары һәр ваҡыт ярҙам итеп тора.
Яратҡан ҡатыны ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Шухрат йыл һайын ғаиләһе менән Тыуған иленә ҡайтып, тыуған йортонда яҡындары менән осраша.
– Ғаиләмдән башҡа бындай эш ритмына күнегеү, алға барыу мөмкин булмаҫ ине. Яҡындарымды һәм өйөмдө һағынам, әлбиттә. Һалҡын ҡышҡа өйрәнеп китеүе еңелдән булманы, сөнки йомшаҡ климатлы ерҙә үҫкәнмен. Бында бик күптәр менән таныштым, уларҙың күпселеге – изге күңелле кешеләр. Миңә бында бик яҡшы, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Шухрат.
Луиза ЗАКИРОВА.

Автор: