Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
10 Февраль , 16:45

Күңелендә мәктәп хаҡында яҡты хәтирәләр һаҡлай

Ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған Баязит Яҡупов 75 йәшлек юбилейын билдәләне.

Күңелендә мәктәп хаҡында  яҡты хәтирәләр һаҡлай
Күңелендә мәктәп хаҡында яҡты хәтирәләр һаҡлай

Буласаҡ педагог Оло Ҡыҙылбай ауылында тыуып үҫкән. Атаһы төҙөүсе, урмансы һәм 22 йыл бригадир булып эшләй, әсәһе төрлө эштәр башҡара: йәйгеһен бесән саба, ҡышын урман киҫә. Хеҙмәткә һәм белемгә ихтирам мөхитендә тәрбиәләү буласаҡ егеттең тормош юлына нигеҙ һала. Шул саҡта уҡ ул уҡыуҙа үҙен күрһәтә, ә туғыҙынсы класта һәләтле математика уҡытыусыһы менән осрашыу илһамландыра һәм артабанғы яҙмышын билдәләй.
Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, тыуған ерен ихлас яратҡан һәм белеме менән уртаҡлашыу теләге көслө булған егет үҙен йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлау өсөн Мәсетле районына ҡайта.
Тыуған яғында төпләнеп, ул 44 йыл дауамында Әләгәҙ мәктәбендә директор, математика уҡытыусыһы булып эшләй. Йөҙләгән сығарылыш уҡыусыһы яратҡан уҡытыу-сыһын рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә ала.
– Миңә балаларға белем биреү бик оҡшай ине, улар менән уртаҡ телде еңел таба торғайным, – тип иҫенә төшөрә юбиляр. – Тәүге дәресемде һәм тәүге уҡыусыларымды яҡшы хәтерләйем, беҙҙә мәктәпте миҙал менән тамамлаусылар күберәк булыуы менән ғорурландым.
Мәктәп директоры вазифаһында Баязит Зәки улы үҙен талантлы етәксе итеп таныта. Ул ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай, ҡыйыу рәүештә мәктәптең иң яҡшы традицияларын һаҡлап ҡалып, яңы проекттарға тотона.
– Баязит Зәки улы Әләгәҙ мәктәбендә бөтә хеҙмәт эшмәкәрлеген тәүҙә математика уҡытыусыһы булып, һуңынан директор вазифаһында балалар тәрбиәләүгә арнаны. Үҙе һәр ваҡыт намыҫлы, ғәҙел, әҙәпле кеше булды. Ул үтә һиҙгер: уға оҙаҡ аңлатырға кәрәкмәй, кешенең күңелендә нимә булғанын шунда уҡ күрә, – тип әйтә Әләгәҙ мәктәбендә коллегалары.
Уның ышанысы һәм оптимизмы хеҙмәттәштәрен рухландыра, уларға үҙ көсөнә ышанырға ярҙам итә. Ойоштороу һәләтенә эйә етәксе педагогик коллективты оҫта берләштерә. Эшләгән осорҙа тәжрибәһе һәм белеме менән уртаҡлашып, бер төркөм педагогтар тәрбиәләп үҫтерә.
Уҡыусылар, уҡытыусылар, уҡыу программалары үҙгәрә, ләкин Баязит Зәки улының профессионализмы, кешеләргә ҡарата йылы мөнәсәбәте үҙгәрешһеҙ ҡала. Уҡытыусы хеҙмәте еңелдән түгел, әммә уҡыусыларҙың киләсәге, уларҙың булмышы тап педагогтан тора.
Баязит Зәки улының әүҙем тормош позицияһы йәмәғәт эшмәкәрлегендә лә сағыла, ул өс тапҡыр Әләгәҙ ауыл Советы депутаты итеп һайлана, район Советы депутаты һәм рәйес урынбаҫары була.
Өйҙә уны һәр ваҡыт ышаныслы терәге – ҡатыны Венера Хәким ҡыҙы көтә. Улар улдары Шамил, ҡыҙҙары Ләйсән менән Ләйләне тәрбиәләп үҫтерә, юғары белем алырға ярҙам итә. Кинйә ҡыҙы иһә атаһы юлын һайлай – инглиз теле уҡытыусыһы.
Баязит Зәки улының мәғарифты үҫтереүгә индергән өлөшө “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре”, “Мәғариф отличнигы” исемдәре, юғары квалификациялы математика уҡытыусыһы һәм хеҙмәт ветераны статусы менән билдәләнә.
Камелия НУРЫЕВА.

* * *

Әләгәҙ ауылынан һөйөклө ирем, яратҡан атай-олатайыбыҙ БАЯЗИТ ЗӘКИ улы ЯҠУПОВты ысын күңелдән 75 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һинең тормош юлың – ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәр тарихы. Беҙ һинең янда үткән ғүмерҙең һәр көнө менән ғорурланабыҙ. Һин беҙҙең ғаилә өсөн көс, аҡыл, хеҙмәт өлгөһө, терәк һәм остаз булып ҡалаһың. Беҙҙең өсөн башҡарған эштәреңә рәхмәтлебеҙ. Һәр көнөң шатлыҡ, сәләмәтлек, бәхет менән тулып килһен. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ, һөйөклө әсәйебеҙ менән именлектә оҙаҡ ғүмер итеүегеҙҙе теләйбеҙ. Күңелең менән йәш булып ҡал, уйҙарың – яҡты, аҙымдарың ышаныслы булһын.
Бөгөн, атай, һинең тыуған көнөң,
Бар донъяла иң-иң изге көн.
Беҙ бәхетле булһын өсөн,
Һин тыуғанһың, атай, бөгөн!
Ер йөҙөндә иң-иң яҡшы атай,
Иң аҡыллы, тырыш һәм уңған.
Һинең йөрәк беҙгә һөйөү менән
Мәңгелеккә, атай, ул тулған!
Һине яратып һәм изге теләктәр менән ҡатының Венера Хәким ҡыҙы, улың Шамил, ҡыҙҙарың Ләйсән, Ләйлә, киленең Ләйсән, кейәүҙәрең Алик, Илсур, ейәндәрең Искәндәр, Илмир, Данил, Тимур, ейәнсәрҙәрең Эльвина, Азалия.
* * *
Хөрмәтле БАЯЗИТ ЗӘКИ улы ЯҠУПОВты 75 йәшлек олпат юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Күркәм ғүмер байрамы – үткәндәрҙе барлап, өлгәшкән уңыштарығыҙҙы ғорурланып иҫкә алыу өсөн яҡшы мөмкинлек. Һеҙҙең яҡшы етәксе булыуығыҙ һәм һайлаған һөнәрегеҙгә тоғролоғоғоҙ тиҫтәләгән йылдар мәктәбебеҙҙең уңышлы эшен тәьмин итте. Һеҙ бер нисә быуын балаларға төплө белем биргән татыу команда булдырҙығыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ көс-дәрт, яҡындарығыҙ һәм туғандарығыҙ хөрмәтендә оҙон ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ.
Донъялағы һәр бер яҡшылыҡтан
Өлөш сыҡһын Һеҙгә мул ғына.
Беҙ теләйбеҙ Һеҙгә аҡ бәхеттәр,
Шатлыҡтарға илткән юл ғына.
Байрамығыҙҙың матур хәтирәһе
Күңелегеҙҙә ҡалһын уйылып.
Тәбрикләйбеҙ ысын күңелдән,
Барыбыҙ ҙа бергә йыйылып!
Хөрмәт һәм изге теләктәр менән
Әләгәҙ мәктәбе коллективы.

Автор: