Атаһы фронтҡа китә, ғаилә ҡараусыһыҙ тороп ҡала. Өс йылдан улар ғаилә башлығының юғалыуы хаҡында хәбәр ала. Әсәһе ғүмере буйына иренең ҡайтыуына өмөт итеп йәшәй.
Бала ғына булған Тәмимәгә бик иртә һуғыш заманы ысынбарлығы менән осрашырға тура килә. 1941 йылдың көҙөндә мәктәп уҡыусылары Ватанды һаҡларға киткән өлкән ир-егеттәрҙе алмаштыра. Ҡыҙҙар уңыш йыя, баҫыуҙа ярҙамлаша. Тиҙҙән мәктәпте бөтөнләй ҡалдырырға тура килә, сөнки ил эшсе ҡулдарға мохтаж була.
– Баҫыуҙарҙа эштәр иртә яҙҙан башлана ине, – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Тәмимә Шәрхи ҡыҙы. – Беҙҙе сәсеүгә, утарға, уңыш йыйырға ебәрәләр... Хатта ҡыш көнө лә эшләнек, баҫыуҙа ҡар тоттоҡ.
Һуңғараҡ еткән ҡыҙҙы ағас әҙерләргә ебәрәләр. Йәштәр, шул иҫәптән Тәмимә лә, аҙ ғына ризыҡ, балта һәм бысҡы алып, иртә таңдан эшкә йәйәү китә. Эш оҙаҡ дауам итә, йәштәр кискә ныҡ арый, ләкин бер-береһенә ярҙам итеп, күңелдәрен төшөрмәй эшләй.
Нәҡ бында, ауыр хеҙмәт шарттарында, Тәмимә буласаҡ тормош иптәше Вәҡиф Ғариф улын осрата. Улар 1950 йылда туй үткәреп, йәштәр Һабанаҡ ауылында егеттең ата-әсәһе йортонда йәшәй башлай. Бер йылдан йәш ирҙе хәрби хеҙмәткә ебәрәләр.
Вәҡиф Ғариф улы өс йылдан һуң әйләнеп ҡайта, ир менән ҡатын урындағы колхозда бергә эшләй башлай. Ир һыйыр малы көтөүсеһе һәм тирмәнсе булһа, ҡатыны иһә – һауынсы. Уларҙың тырыш хеҙмәте дәүләт наградалары һәм миҙалдары, шул иҫәптән “Хеҙмәт ветераны” исеме менән билдәләнә.
Ире 79 йәшендә вафат була. Әммә Тәмимә Шәрхи ҡыҙы яңғыҙ тороп ҡалмай, бөгөн балалары янында бәхетле ғүмер кисерә, ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүлә-бүләсәрҙәре оло инәйҙе хәстәрлеге, иғтибары менән ҡыуандыра.
Яңыраҡ ауылыбыҙҙың хөрмәтле инәйе 95 йәшен ҡаршы алды. Ошо йылдар дауамында уны хеҙмәт, яҡындары хаҡында хәстәрлек һәм һөйөү оҙатып бара. Ул бөгөн дә әүҙем тормош алып барыуын дауам итә. Йәше үҙен һиҙҙерә, һаулығы элеккесә ныҡ түгел, ләкин туғандарының ярҙамы уға алға барырға көс өҫтәй.
Рәфисә ӘХМӘТЙӘНОВА,
Һабанаҡ ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.