Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
16 Ғинуар , 09:35

Ауыл хеҙмәтсәненең яҙмышы

Сәғит Йосоповтың тормош юлы – ул ауыр хеҙмәт менән сыҙамлыҡтың тыуған ергә тоғролоҡ булып үрелеп килгән тотош дәүер сағылышы. Яңыраҡ Сәғит олатай 95 йәшлек юбилейын билдәләне.

Ауыл хеҙмәтсәненең яҙмышы
Ауыл хеҙмәтсәненең яҙмышы

Ул Ләмәҙтамаҡ ауылында колхозсылар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда 11 йәшлек кенә малайға иртә олоғайырға һәм 12 йәшендә “Йондоҙ” колхозында тәүге тракторҙарҙың береһенең штурвалы артына ултырырға тура килә. Һуғыш балалары – ил терәге. Сәғит Ғәйнан улы үҙенең алмашсыһы Вәсил Йосопов менән үҙ иңдәренә ҙур яуаплылыҡ ала.
Армия йылдары уның характерын нығыта. 50-се йылда хәрби хеҙмәткә саҡырылып, полк мәктәбен үтә, офицер була һәм биш йыл Сахалинда өлкән сержант дәрәжәһендә хеҙмәт итә. Әммә күңеле һәр саҡ тыуған яғына тартыла. Армиянан һуң колхозға ҡайтып, 1974 йылға тиклем тракторсы, һуңынан шофер булып эшләй.
Уның хәтирәләре – ваҡыттың тере йылъяҙмаһы:
– Ул ваҡытта ауылдарҙа тормош ҡайнай ине, – тип һөйләй ул. – Колхозда эш бер мәлгә лә туҡталманы. Бер ваҡыт колхозға рәйес итеп украин кешеһен тәғәйенләнеләр. Беҙҙең өсөн был бик ят күренеш ине. Машина-трактор станцияһы Йыланыш ауылында урынлашҡан. Техника ватылһа, ватылған өлөшөн ремонтлар өсөн унда йәйәү китәм.
Уның намыҫлы хеҙмәте “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалы, 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең юбилей миҙалдары менән билдәләнгән. Тыл хеҙмәтсәне һәм хеҙмәт ветераны.
Сәғит Ғәйнан улы Һөләймәндә тыуып үҫкән Сәйҙә Ҡотлоева менән яҙмышын бәйләп, ныҡлы ғаилә ҡора. 1956 йылда ғаилә Һөләймән ауылында төпләнә, йорт һала, һыйыр һәм һарыҡ малдарын ҡарап, ҙур ярҙамсы хужалыҡ алып баралар, ғаилә башлығы умартасылыҡ менән мауыға.
Әммә ғаиләгә ауыр һынау кисерергә тура килә – яратҡан ҡатыны Сәйҙә вафат була. Ләкин рух көсө һәм балаларҙың ярҙамы Сәғит Ғәйнан улына юғалтыуҙы сыҙамлы үткәрергә ярҙам итә. Бөгөн ул яңғыҙ түгел. Эргәһендә – Факиһа инәй. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә ул да 75 йәшлек юбилейын билдәләне. Улар ун ике йыл бергә татыулыҡта донъя көтә.
Оҙон ғүмер һәм ныҡлы һаулыҡ Йосоповтар ғаиләһе өсөн нәҫелдән килгән бүләк. Сәғит Ғәйнан улының әсәһе – 92 йәш, ә Фәйзинур апаһы 93 йәшкә тиклем ғүмер итә.
Бөгөн Сәғит олатай яҡындарының иғтибарын тойоп, балаларына рәхмәтле булып йәшәй.
Камелия НУРЫЕВА.

Автор: