Уларҙың тыныс тормошон, бөтөн илдәге кеүек, һуғыш башланыуы тураһында хәбәр үҙгәртә. Анна Павловна был көндө яҡшы хәтерләй: “1941 йылдың июнендә атайым һабантуйға китте, ә бала тапҡандан һуң хәлһеҙ ятҡан әсәйем өйҙә ҡалды. Атайым сабышта ҡатнашасаҡ колхоз аттарын ҡарарға тейеш ине. Нәҡ шул мәлдә һуғыш башланыуы тураһында иғлан итәләр. Ул өйгә ҡайтып, ишек яңағына таянды, оҙаҡ ҡына өндәшмәй торҙо һәм ошо ҡот осҡос хәбәрҙе еткерҙе.
Атайымды оҙатҡан көндө яҡшы хәтерләйем. Таң һалҡынса ине, ағайым менән беҙ генә барҙыҡ. Ирҙәр ат арбаһында дүртешәр ултыра, йыйылған урынға барып етеү күрһәтмәһен көтәләр. Атайым мине күтәреп алып ҡосаҡланы ла ҡайтырға ҡушты. Улар фронтҡа йырлап китте. Өйгә ҡайтҡас, әсәйем беҙҙән уны нисек оҙатыуыбыҙ хаҡында һорашты.
Бер йылдан уның Ленинград эргәһендә хәбәрһеҙ юғалыуын белдек... Ауыр ваҡыттар етте: аслы-туҡлы йөрөнөк, әсәйемә беҙҙе бер үҙенә күтәрергә тура килде.
Һуғыш тамамланыуы тураһында хәбәр килгән көндө һалҡын һәм бысраҡ ине. Күрше ҡыҙ, йүгереп килеп, әсәйемде саҡыра башланы. Һуғыш тамамланыуын әйтте. Хәтеремдә, ул саҡта барыһы ла иланы, бигерәк тә әсәйем”.
Ун класты тамамлағандан һуң Анна Крючкованы колхозға эшкә саҡыралар, әммә ул Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһында йәшәгән ағаһы Михаил янына китергә була. Бер аҙҙан тыуған ауылына ҡайта һәм ауылдарҙың отпускыға киткән почта начальниктарын алмаштыра башлай.
1958 йылда Анна Павловна Һаҡлыҡ банкына эшкә урынлаша һәм 12 йыл эшләй. Анатолий Николаевичҡа кейәүгә сыға, ике ҡыҙҙары тыуа. Ситтән тороп уҡып, 1966 йылда Куйбышев иҫәп-кредит техникумын тамамлай, бухгалтер һөнәре ала.
1973 йылда Анна Павловна Балаҡатай урман хужалығына бухгалтер булып күсә, унда 20 йылдан ашыу эшләй. Көндөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ул уҙып барған машиналар менән көн һайын эшкә бара. Ире был ваҡытта “Серп и молот” колхозында механизатор булып эшләй.
1991 йылда хаҡлы ялға сыға, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнә. 38 йыл ғүмерен ул бухгалтер һөнәренә бағышлай. Хаҡлы ялда ире менән йорт хужалығы алып баралар, баҡса үҫтерәләр. Ләкин 1993 йылда ғаиләгә оло ҡайғы килә – ире вафат була. Әлеге ваҡытта ул ҡыҙҙарының береһе менән йәшәй.
2021 йылда Анна Крючковаға “Һуғыш йылы балалары” иҫтәлекле миҙалы тапшырылды.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.