Первоуральск ҡалаһында тыуған буласаҡ рәссамдың бала саҡтан рәсем төшөрөүгә ынтылышы була.
1963 йылда Силәбе өлкәһе Нязепетровск районы Үңкерҙе мәктәбенең беренсе класына уҡырға бара. Атаһынан бирелгән һәләт һәм мәктәптәге мауығыуҙар уның юлын билдәләй. Ихласлап класташтарының портреттарын һәм пейзаждар төшөрә. Ул өлкән кластарҙа ситтән тороп Мәскәү халыҡ сәнғәт университетының художество бүлегендә уҡытыусы Ольга Большакова класында белем ала. Мәктәпте тамамлағас, Новотрубный заводының дүртенсе цехына рәссам булып урынлаша.
Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан Рафас Әкрәм улы Түбәнге Тагил дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетына уҡырға инә. 1976 йылдың көҙөндә Үңкерҙе урта мәктәбендә һүрәт һәм һыҙым дәрестәре уҡытыусыһы булып эшләй башлай, был мәктәпкә өс йылын бағышлай. Һуңынан һыҙыу, һүрәт төшөрөү һәм хеҙмәт йүнәлеше буйынса ошо уҡ факультеттың көндөҙгө бүлегенә күсә, уны яҡшы билдәләргә тамамлай.
Первоуральск мәктәбендә рәсем һәм һыҙым дәрестәре уҡытыусыһы булып эшләй. Ханты-Манси автономиялы округындағы “Казымгазпромстрой” тресының төҙөлөш-монтаж идаралығында рәссам була.
1985 йылда өйләнә. Ҡатыны менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр, балалары ла ижад юлын һайлай. Улы “Дизайн” белгеслеге буйынса тау академияһын тамамлаған һәм хәрби хеҙмәткә тиклем һөнәре буйынса эшләй, ҡыҙы – Архитектура академияһының урбанистика бүлегендә ҡала төҙөлөшө һәм идара итеү буйынса иҡтисадсы-менеджер һөнәрен үҙләштерә.
1988 йылда Рафас Әкрәм улы үҙ теләге менән эштән китә һәм ғаиләһе менән Оло Ыҡтамаҡ ауылына күсеп килә. Бында яңы ғына асылған Балалар музыка мәктәбенең (2001 йылдан Балалар сәнғәт мәктәбе) художество бүлегендә уҡытыусы була, унда композиция, әүәләү һәм сәнғәт тарихы дәрестәрен алып бара башлай.
Хәйерзамановтың уҡытыуға ҡарашы – баланың эске донъяһы менән тәрән диалог.
– Тәү сиратта мин балаларҙы үҙҙәренең хис-тойғолары һәм кисерештәрен һынлы сәнғәт аша күрһәтергә, бер бөтөн нәмәнең берҙәмлегенә ирешергә өйрәтәм. Төҫ, фигура, күләм аша уй-фекерҙе күрһәтеүгә ылыҡтырам. Уҡыусы эшен тамамлағандан һуң ҡәнәғәтлек тойорға тейеш. Шунан һуң ғына картина үҙ теле менән һөйләшә башлай, – ти ул.
Кәрәкле күнекмәләргә эйә булыуға ҡарамаҫтан, һәр бала идеалға ынтыла, тип иҫәпләй педагог. Ижади “торғонлоҡ” осрағында, мәҫәлән, объектты ҡарап төшөргәндә, Рафас Әкрәм улы эшкә икенсе яҡтан ҡарарға һәм уны икенселәй төҙөргә кәңәш итә: декоратив йәиһә абстракт рәүештә. Уның өсөн уҡытыу – ул берлектәге юл, унда уҡытыусы ла, уҡыусы ла үҙе өсөн ниндәйҙер яңылыҡ аса.
– Балаларҙың эшен күҙәтеп, мин үҙем дә нимәгәлер өйрәнәм. Улар эскерһеҙ, һәм хатта иң ҡатмарлы һорауҙарға ла ябай яуап табалар, – тип уртаҡлаша ул.
Сәнғәттә Рафас Хәйерзаманов үҙен реализмда таба, Илгиз Юнысовтың эштәре илһамландырһа, ижади берләшмәләр энергия сығанағы булып тора. Уның өсөн пленэр-ҙарҙа ҡатнашыу – үҙенсәлекле мотивация.
“Хозур көн” картинаһын ул үҙенең иң яҡшы эше тип иҫәпләй. Һигеҙенсе класс уҡыусылары Самира Фәрхетдинова, Ульяна Сәғәҙәтова, Ильяна Сәлимгәрәева, Юлиә Фәтихова һәм етенсе класс уҡыусылары Юлиә Хәлилова менән Гөлдәр Вәлитованың уңыштарына шатлана. Рафас Әкрәм улы уҡытҡан балалар – республика, район күргәҙмәләре дипломанттары һәм лауреаттары. Уларҙың күбеһе республиканың, күрше өлкәләр-ҙең юғары һәм урта уҡыу йорттарында белем алыуын дауам итә, ә ҡайһы берҙәре алған белемдәрен тормошҡа ашыра ла инде, мәҫәлән, Алёна Ғафарова дизайнер булып эшләй, ә Эльнара Ғарипова полиграфия сәнғәтен өйрәнә.
Һөнәргә һөйөү һәм яңы алымдар эҙләү күп йыллыҡ педагогик тәжрибәһе тупланған “Художестволы образ булараҡ көсөргәнеш” уҡыу ҡулланмаһын нәшер итеүгә килтерә (2005 йыл). 2019 йылдан ул – Рәсәйҙең Рәссам-педагогтар союзы, ә 2020 йылдан Халыҡ-ара педагог-рәссамдар союзы ағзаһы.
Рафас Әкрәм улының һөнәри оҫталығы күп наградалар менән билдәләнгән: Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының (2014 йыл), мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика комитеты президиумының (2015) Почет грамоталарына, Халыҡ-ара рәссам-педагогтар союзының “2020 йылдың иң яҡшы педагог-рәссамы” билдәһенә лайыҡ.
Төбәк һәм республика күргәҙмәләрендә ҡатнаша: Балалар художество мәктәптәре уҡытыусыларының беренсе республика һынлы сәнғәт күргәҙмәһенең “Графика” номинацияһында, Башҡортостан Республикаһы мәғариф ойошмалары педагогтарының “Йөрәк менән төшөрәм” республика конкурс-күргәҙмәһендә “Графика”, “Һынлы сәнғәт” номинацияларында һәм башҡа конкурстарҙа дипломант була.
Ошо көндәрҙә Рафас Хәйерзамановҡа 70 йәш тулды. Ул ижадта әүҙем ҡатнашҡан уҡытыусы һәм рәссам булып ҡала.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.