Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
22 Декабрь 2025, 15:50

Нур сәсеп йәшәй халҡына

Яңыраҡ район Мәҙәниәт һарайында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 30 йыллығына арналған сара барышында Дыуан-Мәсетле ауыл китапханаһы хеҙмәткәре һәм ауылдың “Ағинәйҙәр” ҡатын-ҡыҙҙар берләшмәһе етәксеһе Гөлназ Әхмәтхановаға “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалын тапшырҙылар.

Нур сәсеп йәшәй халҡына
Нур сәсеп йәшәй халҡына

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының был иң юғары наградаһы менән башҡорт халҡын туплау, телде һәм милли традицияларҙы һаҡлау буйынса әүҙем эшләгән мәҙәниәт, әҙәбиәт эшмәкәр-ҙәрен һәм дин әһелдәрен билдәләйҙәр.
Гөлназ Фәрүәз ҡыҙының хеҙмәт юлы – булмышҡа тоғролоҡ, кешеләргә изгелек ҡылыу, фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө. Буласаҡ мәҙәниәт хеҙмәткәре сығышы менән Йыланыш ауылынан. Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлаған йәш белгес хеҙмәт юлын Әбдрәхим мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай, бер үк ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында юғары белем ала. Кейәүгә сыға, өс балалы ғаилә 2016 йылда Дыуан-Мәсетлегә күсә. Бында мәктәптә вакансия булмай сыға, шуға китапханала эш башлай.
Һөнәрен алмаштырыуға ҡарамаҫтан, Гөлназ Фәрүәз ҡыҙы яңы эште тиҙ үҙләштерә. Ул “Китапхана-мәғлүмәт эшмәкәрлеге өлкәһе белгесе” программаһы буйынса ҡайтанан әҙерлек үтә һәм бер нисә йыл эсендә ауыл китапханаһын Дыуан-Мәсетле халҡы өсөн генә түгел, ә эргәләге Бурансы, Ҡаранай, Ғүмәр һәм Йыланыш ауылдарында йәшәүселәр өсөн дә ысын мәҙәни үҙәккә әйләндерә.
Китапханасы башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә һәм популярлаштырыуға ҙур иғтибар бирә. Ул Башҡортостан юлдаш телевидениеһының популяр “Алтын тирмә” һәм “Дарман” телетапшырыуҙары форматында әҙәби кисәләр үткәрә, ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса “Оҫта ҡулдар клубы”, “Беҙ әкиәт яратабыҙ” ҡурсаҡ театры клубтарын аса, “Әлләсе” милли өҫтәл уйыны буйынса даими турнирҙар ойоштора. Уның “Хәтер йылы”, “Бер телдән дә телем кәм түгел”, “Мин бында йәшәйем һәм тыуған яғым миңә ҡәҙерле”, “Матур ғаилә – ил ҡото” проекттары яҡташтарында ҙур баһа таба. Шулай уҡ Гөлназ Фәрүәз ҡыҙы быйыл Ринат Камалдың “Публицистика” китабының исем туйын үткәрҙе. Үҙенең хеҙмәте менән ул йәштәр араһында туған телде, йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауға, шулай уҡ тыуған еребеҙҙә тыуып үҫкән күренекле шәхестәр менән таныштырыуға тос өлөш индерә. Юбилей саралары барышында ул өлкән быуын менән үҙ-ара эш итеү аша балаларҙы мәҙәни мираҫты өйрәнеүгә әүҙем йәлеп итә.
Бынан тыш, ул ауылдың “Ағинәйҙәр” ҡатын-ҡыҙҙар берекмәһен етәкләй. Берләшмә ағзалары бер нисә йүнәлеш буйынса әүҙем эш алып бара: халыҡ кәсептәрен тергеҙеү, МХО яугирҙары өсөн гуманитар ярҙам ойоштороу, башҡорт телен популярлаштырыу, шулай уҡ ауыл биләмәһенең, райондың ижади һәм йәмәғәт тормошонда ҡатнашыу.
Ошо йылдар эсендә Гөлназ Әхмәтханова бик күп дипломдар, сертификаттар, рәхмәт хаттары һәм почет грамоталарына лайыҡ булды, һөнәри уңыштары район һәм республика кимәлендә танылыу яуланы.
2017 йылда “Тәбиғәтте һаҡлауға баҫ” әҙәби-экология марафонының III дәрәжә лауреаты булды. 2018 йылда хеҙмәте “2018 йыл йомғаҡтары буйынса китапхананың иң яҡшы хеҙмәткәре” дипломы һәм “Мәсетле районының иң яҡшы китапханаһы–2018” район конкурсында I дәрәжә лауреат дипломы менән билдәләнде.
2021 йылда Гөлназ Фәрүәз ҡыҙы үҙенең юғары статусын раҫланы – онлайн “Сәләмәтлек марафоны”ның I дәрәжә лауреаты булды. Шул уҡ йылда “Өләсәйем әкиәттәре” сәсәнлек оҫталығы республика онлайн-конкурсында сертификат алды.
2022 йыл бер төркөм ҡаҙаныштар алып килә. Уның етәкселегендәге ҡурсаҡ театры башҡорт яҙыусыһы Гүзәл Ситдиҡова ижады буйынса республика конкурсында “Шиғырҙарҙа әкиәттәр” номинацияһында еңеү яуланы. Китапхана “Борон-борон заманда” республика конкурсының махсус дипломына лайыҡ, шулай уҡ “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Иң яҡшы китапхана төркөмө” район конкурсында еңеп сыға.
2023 йылда ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең 105 йыллығына арналған республика конкурсында ҡатнашып, шағирҙың әҫәрҙәре буйынса буктрейлер өсөн “Сәңгелдәктә йоҡлай бала” номинацияһында 2-се һәм 3-сө урындар алды. Шул уҡ йылда уның күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм китапхана эшен үҫтереүгә индергән өлөшө Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты менән билдәләнде.
2024 йылда Гөлназ Әхмәтханова Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының “Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәһендә урынлашҡан муниципаль китапхана системаһы учреждениеһының иң яҡшы хеҙмәткәре” категорияһында аҡсалата премияға лайыҡ булды.
– 18 йылдан ашыу уҡытыусы булып эшләнем, – ти Гөлназ Фәрүәз ҡыҙы. – Һөнәремде алмаштырыу тәүҙә ҡурҡыта ине, ләкин китапханала ижад итеү өсөн сикһеҙ мөмкинлектәр таптым. Мине уҡыусы балалар илһамландыра – уларға ҡарап, хеҙмәттең бушҡа булмағанын аңлайһың. Бында тотҡарлыҡ юҡ: көн һайын – яңы уҡыусылар, яңы проекттар, даими тонус. Иң мөһиме – ауылдаштарға ярҙам итеү.
Гөлназ Әхмәтханова ауыл китапханаһының әҙәби һәм фәнни баҫмалар тупланған урын ғына түгел, ә мәҙәни код һаҡланған, йолалар тапшырылған һәм киләсәккә юл һалынған тере йөрәк булыуын иҫбатланы. Уның миҙалы – шәхси ҡаҙаныштарын таныу, ауыл китапханасыһының көн һайын башҡарған мөһим эшенең әһәмиәтен билдәләү ул.

Камилла МУСАКӘЛИМОВА.

Автор: