Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
22 Декабрь 2025, 16:00

Фәрит Ғибәҙуллин – иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре

Ауыл мәҙәниәт учреждениеларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы конкурсы йомғаҡтары буйынса “Башҡортостан Республикаһы ауыл биләмәләрендә урынлашҡан муниципаль мәҙәниәт учреждениеларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре” номинацияһында Оло Аҡа клубы мөдире Фәрит Ғибәҙуллин еңеүсе булды.

Фәрит Ғибәҙуллин – иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре
Фәрит Ғибәҙуллин – иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре

Фәрит Ғибәҙуллин Оло Аҡа ауылында тыуған. Уҡытыусылар ғаиләһендә үҫкән: атаһы – мәғариф алдынғыһы, мәктәп директоры, физика һәм математика уҡытыусыһы; әсәһе лә тормошон балаларға белем биреүгә арнаған.
Фәрит Оло Аҡа урта мәктәбендә уҡый, бәләкәйҙән урындағы үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнаша, гармунда, баянда һәм башҡа музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә.
1986–1988 йылдарҙа Совет армияһы сафында хеҙмәт итә. Артабан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын ситтән тороп тамамлай. Диплом алып, 10 йылдан ашыу Оло Аҡа мәктәбендә математика һәм физика уҡытыусыһы булып эшләй. Шулай уҡ кесе балалар өсөн музыка дәрестәре алып бара. Һуңыраҡ мәктәп ҡарамағында Яраҫтау һөнәрселек училищеһы асҡан класта мастер булып эшләй.
2016 йылда Фәрит Альфред улы Оло Аҡа ауыл клубы методисы вазифаһына тәғәйенләнә. Ошо йылдар эсендә үҙен эшһөйәр һәм белемле белгес итеп таныта. Үҙешмәкәр сән-ғәттә ҡатнашыусылар менән ентекле һәм даими эшләүе һөҙөмтәһендә үҫеп килгән быуын араһында халыҡ ижадын пропагандалауҙа ҙур уңыштарға өлгәшә.
Клубта уның етәкселегендә байрамдар, концерттар һәм башҡа саралар юғары кимәлдә уҙа.
– Быйыл ауыл халҡының “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһында ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә сәхнә кейемдәре яңырыуын көтәбеҙ. Шулай уҡ клубта МХО яугир-ҙарына ярҙам итеү эше ойошторолған: маскировка селтәрҙәре үрәбеҙ, блиндаж шәмдәре яһайбыҙ һәм башҡа эштәр башҡарабыҙ. Ауылдаштарыма бөтә башланғыстарҙа ла әүҙем ҡатнашҡандары өсөн ҙур рәхмәт, – ти Фәрит Альфред улы.
Фәрит Ғибәҙуллиндың ғаиләһе ҙур. Ҡатыны урындағы мәктәптә уҡытыу-сы булып эшләй. Улар бергәләп өс бала үҫтергән. Ҡыҙҙары Розалина М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған, Өфөлә йәшәй. Улы Илнур – Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты, ә кесе улы Илдан – 6-сы класс уҡыусыһы.
Ғаилә башлығының һөнәри эшмәкәрлеге бик күп наградалар менән билдәләнгән: Мәсетле районы мәҙәниәт бүлегенең Почет грамотаһы (2018 йыл), Республика халыҡ ижады үҙәгенең Рәхмәт хаты (2020), район хакимиәтенең Почет грамотаһы (2021), Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты (2023).
“Башҡортостан Республикаһы ауыл биләмәләре территорияларында урынлашҡан муниципаль мәҙәниәт учреждениеларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре” конкурсында ҡатнашҡан өсөн Фәрит Альфред улы 50 мең һум аҡсалата бүләк ала. Был артабанғы эшмәкәрлек һәм яңы уңыштар өсөн стимул.

Рәмил МАЙҘАНОВ.

Автор: