Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
17 Декабрь 2025, 10:10

Дәүләт ярҙамы менән ғаилә эше

Әләгәҙ ауылынан шәхси эшҡыуар, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Руслан Сөнәғәтовтың тормошо ер һәм аграр сектор үҫеше менән айырылғыһыҙ бәйле.

Дәүләт ярҙамы менән ғаилә эше
Дәүләт ярҙамы менән ғаилә эше

Руслан Рәшит улы 1985 йылда Төмән өлкәһенең ҡала тибындағы Таежный ҡасабаһында тыуған. 1999 йылда ғаилә Мәсетле районына күсеп ҡайта.
Атаһы – Әләгәҙ ауылынан. Ул урындағы урман сәнәғәте хужалығында тракторҙа эшләй, әсәһе балалар баҡсаһына тәрбиәсе ярҙамсыһы булып урынлаша. Сөнәғәтовтар өс ул тәрбиәләй, Руслан Рәшит улы – кесеһе. 11-се класты тамамлағандан һуң Өфө дәүләт радиоэлектроника колледжына уҡырға инә, унда бер йыл “Хисаплау машиналары” һөнәре буйынса уҡый, ә һуңынан тағы бер йыл электр-газ менән иретеп йәбештереүсе эшен үҙләштерә. Техник белем алһа ла яҙмышын ул ауыл тормошо менән бәйләй. Һыйыр малдары аҫраған ата-әсәһенең шәхси ярҙамсы хужалығы эшен йәйелдереп, Руслан Рәшит улы уларҙың юлын дауам итергә була.
10 йыл дауамында шәхси ярҙамсы хужалыҡ менән әүҙем шөғөлләнә, ҡиммәтле тәжрибә туплай, аграр өлкәлә үҙенең белемен үҫтерә. 2015 йылда Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығынан яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам итеү буйынса республика конкурсына ғариза бирә һәм миллион ярым һум аҡса ала. Аҡса һөтсөлөк хужалығын үҫтереү өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтелә. Был ҡарар – тормошонда аграр бизнесты үҫтереүгә арналған яңы этаптың башы.
Хужалыҡты алып барыуҙа атаһы, ағаһы һәм улы баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәтә. Руслан Сөнәғәтовтың хужалығында 50-нән ашыу һауын һыйыры аҫрала, ә малдарҙың дөйөм һаны 120-гә етә. Башлыса, улар урындағы тоҡомдар, әммә былтыр фермер “Ленинский” кооперативынан 11 голштин тоҡомло һыйыр һатып алған. Йәйгеһен малдар 160 гектар майҙанлы киң көтөүлектә көтөлә, ә ҡалған ваҡытта ҡуртымға алынған ерҙә ҡыйыҡ аҫтында тотола.
Һауыу механизацияланған – заманса автоматик һауыу ҡоролмаһы ҡулланыла, был хеҙмәтте күпкә еңеләйтергә мөмкинлек бирә. Фермер арсеналында өс трактор, шул иҫәптән “Беларус” һәм сылбырлы тәгәрмәсле ДТ-75 тракторы бар, улар ер эшкәртеү һәм мал аҙығы әҙерләү өсөн кәрәк. Руслан Рәшит улы үҙ аллы бесән әҙерләй һәм һоло үҫтерә – быйыл һоло өсөн 35 гектар бүленгән. Уңыш йыйыу өсөн комбайн йәлеп ителә.
Хужалыҡта алынған һөт Дыуан районының Сальевка ауылында урынлашҡан “Галактика” ойошмаһына оҙатыла.
– Һаулыҡ мөмкинлек бирһә, хужалыҡты артабан киңәйтеүҙе планлаштырабыҙ, – ти фермер.
Руслан Рәшит улы ҡатыны Наталья менән 20 йыл матур донъя көтә. Уларҙың мөхәббәт тарихы мәктәп йылдарында, һигеҙенсе синыфта уҡығанда, уҡ башлана. Бөгөн Сөнәғәтовтар ике бала тәрбиәләй: улдары Данил Октябрьский нефть колледжында белем ала, ҡыҙҙары Мәҙинә балалар баҡсаһына йөрөй.
Руслан Сөнәғәтовтың хеҙмәте һәм фиҙаҡәрлеге лайыҡлы танылыу алды. Үҙенең эшмәкәрлеге өсөн ул Әләгәҙ ауыл советы хакимиәтенең рәхмәт хаты һәм Мәсетле районы хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Ә күптән түгел, Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте эшсәндәре көнөндә, уның профессиональ ҡаҙаныштары юғары кимәлдә билдәләнде: күп йыллыҡ һәм камил хеҙмәте өсөн йәш фермер Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булды.
Камелия НУРЫЕВА.

Һүрәттә: БР-ҙың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Илшат Әхмәтов (һулда) Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһын тапшырҙы

Автор: