Ул һуғыш йылдары балалары быуынына ҡарай һәм ауылда ҙур хөрмәт ҡаҙанған.
Әнис Хажи улы ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуа, ата-әсәһе фермала эшләй. Бала саҡтан эшкә күнегеп үҫә: малдар ҡарай, баҫыу утай, бесән әҙерләй.
Етенсе класҡа тиклем Теләш мәктәбендә уҡый, һуңынан, интернатта йәшәп, Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә белем алыуын дауам итә.
Мәктәпте тамамлағас, Совет Армияһында Урал хәрби округында Ватан алдында бурысын үтәй, сержант дәрәжәһенә тиклем хеҙмәт итә, отделение командиры була.
Демобилизациянан һуң Әнис Хажи улы хәрби хеҙмәттәштәре менән бергә Силәбеләге металл конструкциялары заводына эшкә китә. Үҙенең тырышлығы һәм ойоштороу һәләте менән тиҙҙән комсомол комитеты ағзаһы була. Әммә ғаилә шарттары буйынса уға ауылға ҡайтырға тура килә. Унда Әнис Хажи улы әүҙем эшләүен дауам итә. Һөт фермаһын төҙөүҙә ҡатнаша, Теләш элемтә бүлексәһе начальнигы булып эшләй.
Ул ваҡытта колхоз сәскә атҡан осор кисерә, ә комсомолдар Ишәле һәм Тәкә ауылдарында фермалар төҙөй. Тап шунда ул Тәкә ауылы мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә килгән Хафиза Әхәт ҡыҙы менән таныша. 1965 йылда улар өйләнешә. Ир менән ҡатын 50 йылдан ашыу бергә татыу йәшәй, йорт һалып сығалар, өс бала тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике йыл элек Хафиза Әхәт ҡыҙы баҡыйлыҡҡа күсә.
Әнис Хажи улы Дыуан ауыл хужалығы техникумын тамамлай, унда агроном һөнәрен ала. Бынан һуң колхозда иҡтисадсы булып эшләй, үҙен намыҫлы һәм яуаплы хеҙмәткәр итеп күрһәтә.
1972 йылда уны Ростов ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр, 10 йыл яуаплы вазифаны башҡара. Уның әүҙем ҡатнашлығында бик күп социаль әһәмиәтле объекттар төҙөлә, шулай уҡ халыҡ менән эш яйға һалына. Әнис Хажи улы уға эшенең башланғыс этабында ҡиммәтле кәңәштәр биргән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы остаздарын рәхмәт менән иҫкә ала. Улар араһында Дыуан-Мәсетле ауылынан Ғәлимхан Абдрахманов, Йонос ауылынан Мәүлит Шәрәев һәм Оло Ыҡтамаҡ ауыл советынан Риза Сафин була.
1984 йылда Ростов халыҡ-хужалыҡ сауҙа предприятиеһы директоры итеп тәғәйенләнә, ә һуңынан, үҙгәртеп ҡороу менән бәйле, Оло Ыҡтамаҡ халыҡ-хужалыҡ сауҙа предприятиеһы филиалы директоры урынбаҫары итеп ҡуйыла. 16 йыл эсендә кооперативты үҫтереүгә ҙур өлөш индерә, бының өсөн бик күп наградаларға, шул иҫәптән “Совет ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы” билдәһенә һәм предприятиеның Почет грамотаһына лайыҡ була. Уның исеме ҡулланыусылар кооперативының Почет таҡтаһына бер нисә тапҡыр индерелә. 2000 йылда хаҡлы ялға сыға.
Хаҡлы ялда Әнис Хажи улы оҙаҡ ваҡыт ауыл старостаһы була, уның инициативаһы менән ауылда мәсет асыла, шулай уҡ янғын һүндереү депоһын төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша.
Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уны юбилейы менән ҡотлап, күп йыллыҡ һөҙөмтәле эше һәм урындағы үҙидара үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Почет грамотаһы менән бүләкләне.
Луиза ЗАКИРОВА.