Сергей Михайлов Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуған. Ата-әсәһе лә ошо ауылдан. Сергей Ивановичтың әсәһе уны һәм ике һеңлеһен бер үҙе тәрбиәләй, сөнки атаһы фронтҡа китә. Ул яраланып ҡайта һәм тиҙҙән вафат була. Һигеҙ йәшендә малай атайһыҙ ҡала.
Сергей Иванович – водитель, 1979 йылда 3-сө Яраҫтау һөнәрселек училищеһын тамамлаған. Һуңынан ике йыл Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәттән һуң тыуған ауылына ҡайта һәм район киноселтәре дирекцияһында водитель булып эшләй башлай.
1982 йылда уны Мәсетле Халыҡ контроле комитетына алалар, унда һигеҙ йыл эшләй. Һуңынан ир Мәсетле районының архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлегендә, ауыл советында, “Ромашка” балалар баҡсаһында һөнәре буйынса эшләүен дауам итә, “Землемер” предприятиеһында инженер вазифаһын башҡара, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә эшләй. 2008 йылдан алып бөгөнгәсә Сергей Иванович район хакимиәтендә һаҡсы була. Дөйөм хеҙмәт стажы – 40 йылдан ашыу.
Буласаҡ ҡатыны Вера Ивановнаны Сергей Иванович киноселтәрендә эшләгәндә осрата һәм тәү ҡараштан ғашиҡ була. Тиҙҙән улар осраша башлай, ә бер йылдан өйләнешәләр. Михайловтар ике балаға ғүмер бүләк итә. Улдары Виктор ғаиләһе менән Краснодар крайының Крымск ҡалаһында йәшәй. Ҡыҙҙары Ирина Оло Ыҡтамаҡ ауылында төпләнә, ире менән бергә өс бала тәрбиәләй, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, район үҙәгендә кафе тота.
Михайловтар 42 йыл бергә татыу йәшәй. Вера Ивановна оҙаҡ йылдар Әләгәҙ мәктәбендә уҡыта, әле лә эшләүен дауам итә. Бынан тыш, ул 2001 йылда ситтән тороп Мәскәү социаль-педагогия институтын тамамлай, психолог, шулай уҡ был һөнәр буйынса ла эшләй.
– Ирем хеҙмәт ярата. Барыһы ла ҡулынан килә: аш-һыу ҙа әҙерләй, өйҙә ремонт та эшләй. Мин һәр ваҡыт уға таяна алам, ул яуаплы һәм хәстәрлекле. Йәш сағында йыш ҡына командировкаларға йөрөнө, шундай көндәрҙә улым хужалыҡ буйынса төп ярҙамсы булды. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, беҙ татыу йәшәйбеҙ. Водитель булып эшләү иремдең һаулығын ҡаҡшатты: күреү һәләте насарайҙы, ҡан баҫымы күтәрелә, шуға күрә эшен алмаштырҙы – район хакимиәтенә һаҡсы булып урынлашты, 17 йыл эшләне. Хаҡлы ялда өйҙә ремонт эшләргә, ейәндәренә күберәк ваҡыт бүлергә, яратҡан эше менән шөғөлләнергә теләй, – тип һөйләй Вера Ивановна.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге осоронда Сергей Ивановичҡа күп йыллыҡ һәм намыҫлы эше өсөн район хакимиәте рәхмәт белдерҙе, Почет грамотаһы менән бүләкләне.
Луиза ЗАКИРОВА.