Миңзилә Фәрҙиән ҡыҙы бәләкәйҙән медицина хеҙмәткәре булырға хыяллана. Бәлки, быға шәфҡәт туташы булып эшләгән өлкән апаһының өлгөһө йоғонто яһағандыр. Ул да шулай уҡ кешеләргә ярҙам итергә теләй.
Миңзилә Фәрҙиән ҡыҙы Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуған, лицейҙа белем ала, артабан 153-сө һөнәрселек училищеһында “Усадьба хужабикәһе” һөнәре буйынса уҡый. Уҡыуҙан һуң кейәүгә сыға, улдары тыуа. Йәш ғаилә тыуған ауылында төпләнә.
2012 йылда ул Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһаның операция блогында санитарка булып эшкә урынлаша, унда алты йыл эшләй. 2018 йылда автоклав блогына материалдар һәм препараттарҙы стерилләүсе итеп күсерелә. Уның бурыстарына таҙалыҡты күҙәтеү, хәүефһеҙлек нормаларын үтәү, артабанғы ҡулланыуға йәиһә төрөүгә материалдар әҙерләү инә. Был һөнәргә ул 21-се Өфө ҡала клиник дауаханаһында һөнәри курстарҙа уҡый.
2023 йылда шәфҡәт туташы булырға ҡарар итә һәм Өфө медицина колледжының Мәсәғүт ауылындағы филиалының көндөҙгө бүлегенә уҡырға инә. Быйыл диплом алды. Колледжда алған белеме менән үҙәк район дауаханаһында эшләүен дауам итә. Етәкселек студенттың башланғыстарын хуплай, сөнки табиптар һәм урта персонал етешмәүе – райондың һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренең береһе. Хәҙер шәфҡәт туташы яңынан һөнәри әҙерлек үтә – рентгенолаборант буласаҡ.
Ғаиләһе лә уға һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Улы әсәһе эҙенән бара, ул Красноуфимск ҡалаһында медицина колледжында фельдшерлыҡҡа уҡый, был өлкәлә юғары белем алырға ниәтләй. Ире Эдуард Вениаминович 25 йылдан ашыу Оло Ыҡтамаҡ ауылының янғын һүндереү часында водитель булып эшләй. Коллегалары араһында ҙур ихтирам һәм абруй менән файҙалана. Миңзилә Федотова бик яҡшы хужабикә лә, участкаһында емеш-еләк үҫтерә, шулай уҡ йорт хужалығын алып бара.
– Хыялығыҙға табан барығыҙ, маҡсатығыҙға ирешегеҙ. Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел. Уҡыуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн етәкселәремә рәхмәт белдерәм, – тип уртаҡлаша уңыштары менән медицина хеҙмәткәре.
* * *
Кешеләрҙе дауалау – еңел эш түгел, хатта иң компетентлы табип та быны бер үҙе башҡара алмай, сөнки пациенттар табиптарға ҡарағанда күпкә күберәк. Табипҡа ҙур күләмдә эште башҡарырға шәфҡәт туташтары ярҙам итә.
Екатеринбург медицина колледжы дипломына эйә булған Диана Ли быйыл Мәсәғүт ауылындағы Өфө медицина колледжы филиалын тамамлап, 23 июлдән Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эш башлаған.
“Ни өсөн һеҙ был һөнәрҙе һайланығыҙ?” – тигән һорауға, ул:
– Күптән шәфҡәт туташы булырға хыяллана инем. Миңә был өлкәлә эшләү оҡшай, һөнәр ҡыҙыҡлы һәм яуаплы. Коллектив бында дуҫ, берҙәм. Коллегаларым миңә ярҙам итә, шулай уҡ килеп тыуған мәсьәләләр буйынса консультациялар бирә, – ти ул.
Бала сағында Диана йыш ҡына шәфҡәт туташы булып уйнай. Ул ҡурсаҡтарҙы дауаларға, уларҙы ҡарарға, укол яһарға ярата. Ата-әсәһе ҡыҙҙарының киләсәктә медицинаны һайлаясағына ышана. Яңы белем алғанға тиклем 11 йыл косметолог-эстетист булып эшләй.
Яҙмыш уны Ҡаҙағстанға, Астана ҡалаһына илтә, кейәүгә сыға. Шулай уҡ эстетик косметология өлкәһендә уҡый һәм эшләй. Унда алты йылдан ашыу йәшәйҙәр. Һуңыраҡ ғаиләһе менән тыуған яғына, Мәсетле районына күсеп ҡайта. Бында ул урындағы матурлыҡ салонында һайлаған һөнәре буйынса эшләүен дауам итә. 2022 йылда Өфөлә “Алтын киҫелеш” Бөтә Рәсәй косметологтар чемпионатында ҡатнаша, унда “Косметик-эстетист” квалификацияһы менән иң яҡшы косметолог номинацияһында призлы урын яулай, шулай уҡ башҡа конкурстарҙа сығыш яһай.
Уҡырға барырға ҡарар үҙенән-үҙе килә. Әхирәте менән бергә башта Һатҡы медицина колледжына уҡырға инә, ә һуңынан Өфө медицина колледжының Мәсәғүт ауылындағы филиалына күсә. Шул уҡ ваҡытта ошо уҡыу йортонда Мәсетле районынан тағы ике студент уҡый. Уларҙың икәүһе уҡыу йортон тамамлағандан һуң Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһына эшкә урынлаша.
Был медицина колледжында уҡыған ҡатын бөтә уҡытыусыларҙың да материалды төплө аңлатҡан ысын профессионалдар булыуын билдәләй. Ошоноң арҡаһында студенттар медицинала эшләү өсөн кәрәкле бөтә белемде һәм күнекмәләрҙе тиҙ үҙләштерә. Бындай әҙерлек уларға киләсәк һөнәрендә ышаныслы эшләргә ярҙам итә.
– Медицина – минең һөнәрем. Белем алыу бер ҡасан да һуң түгел, – ти ул.
Диана Ли тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Улдары Екатеринбург ҡалаһында Урал дәүләт аграр университетында уҡый, ҡыҙы быйыл икенсе синыфҡа бара. Ире һәр ваҡыт һәм һәр нәмәлә ҡатынына ярҙам итә. Диананың ата-әсәһе лә уның башланғысын хуплай: әсәһе мәктәптән ейәнсәрен ҡаршы ала, өйгә эштәрҙе башҡарыуҙа ярҙам итә, ә атаһы яҡшы һүҙ менән илһамландыра.
– Йәштәребеҙҙең тыуған республикабыҙҙа һөнәри белем алыуы өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ. Һуңғы ике йылда уларға кәрәкле медицина һөнәрҙәрен өйрәнеү мөмкинлектәрен киңәйттек.
2022 йылдан алып Октябрьский, Учалы, Нефтекама һәм Мәсәғүттәге медицина колледждарында, уларҙың филиалдарында “Дауалау эше”, “Шәфҡәт туташы эше”, “Акушерлыҡ эше” һөнәрҙәренә һәм башҡа профилле белемдәргә уҡыталар. Беҙ махсус рәүештә Башҡортостан сиге буйы уҡыу йорттарында яңы йүнәлештәр астыҡ, йәштәребеҙ унда йәшәү урыны буйынса уҡый ала.
Республиканың медицина учреждениелары өсөн белгестәр һанының артыуы мөһим. 2024 йылда Башҡортостанда медицина колледждарын һәм уларҙың филиалдарын 1900 уҡыусы тамамланы. 2025 йылда уларҙың һаны 2700 кешегә тиклем артты, ә 2026 йылда 3200 белгескә артасаҡ. Улар беҙ ауылдарҙа һәм бәләкәй ҡалаларҙа яҡшы темптар менән яңыртҡан дауаханаларыбыҙ, поликлиникаларыбыҙ һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары коллективтарын тулыландырыр, тип көтәбеҙ, – ти республика Башлығы Радий Хәбиров.
Луиза ЗАКИРОВА.