Юрис Хәйҙәр улы Мәсетле районының Аҙанғол ауылында тыуған. 1982 йылда Дыуан ауыл хужалығы техникумынан агроном һөнәре алып сыға һәм Яңы Мишәр ауылындағы Фрунзе исемендәге колхоздың 2-се бригадаһы иҫәпсеһе вазифаһында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Һуңынан агроном-орлоҡсонан алып совхоз идарасыһына тиклем төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләй.
Ауыл хужалығында оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеү осоронда ғәйәт ҙур тәжрибә туплап, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең алдынғы ауыл хужалығы предприятиелары практикаһын өйрәнеүен дауам итә. Ул профессиональ әҙерлекте системалы камиллаштырыуҙы, малсылыҡ, үҫемлекселек, хоҡуҡ һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә яңы белем алыуға ынтылыуҙы мөһим тип һанай.
Юрис Хәйҙәр улы 2006 йылдан “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры вазифаһын биләй. Бөгөн хужалыҡта бер һөтсөлөк-тауар фермаһы, һыйыр малын һимертеү өсөн Көршәле майҙансығы эшләй, шулай уҡ машина-трактор оҫтаханаһы, тракторҙар өсөн ике гараж, ағас ҡырҡыу, ағас цехы, үҙәк иген келәте, тирмән һәм ашхана бар. Һуңғы ваҡытта 300 башҡа иҫәпләнгән ике һыйыр аҙбары ремонтланған, йыл һайын машина-трактор паркы яңыртыла. Йәмғиәттең бөтә хеҙмәткәрҙәре лә тулы социаль пакет, махсус кейем, хәүефһеҙ хеҙмәт шарттары менән тәьмин ителгән.
Юрис Хәйҙәр улының күп йыллыҡ һәм намыҫлы хеҙмәте район хакимиәте һәм республика тарафынан күп тапҡырҙар билдәләнде. 2005 йылда ул Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы, ә 2022 йылда “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Бынан тыш, ул “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исемен йөрөтә (2011) һәм Мәсетле районының почетлы гражданы булып тора (2023). 2024 йылда уға агросәнәғәт комплексы системаһында юғары профессиональ оҫталығы һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты тапшырыла.
2006 йылдан район Советы депутаты, 2012 йылдан 2016 йылға тиклем Мәсетле районы Советы рәйесе була. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара, МХО-ла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ярҙам күрһәтә.
Юрис Хәйҙәр улы – өлгөлө ғаилә башлығы. Ҡатыны менән 40 йыл мөхәббәт һәм татыулыҡта ғүмер кисерә. Үҙ-ара аңлашыуға ҡоролған уңған, ныҡлы һәм татыу ғаиләлә өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. 2024 йылда ғаилә башлығы “Атай ҡаһарманлығы” миҙалы номинанты була.
Луиза ЗАКИРОВА
әҙерләне.