Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
11 Июнь 2025, 15:30

Атай, әсәй юлынан

Хөрмәтле, яратҡан хеҙмәттәшебеҙ Венера Иҙелман ҡыҙының олпат ҡына юбилейы.

Атай, әсәй юлынан
Атай, әсәй юлынан

Оҙаҡ йылдар уның менән бер коллективта татыу ғаиләләй эшләнек, бәйләнеш өҙөлмәй бөгөн дә. Ярҙамына ышанып әле лә мөрәжәғәт итәбеҙ, беләбеҙ, кеше үтенесен, йомошон яуапһыҙ ҡалдырмаҫ кешелекле ханым ул. Бергә эшләү осоронда етәксебеҙ ине, һис ҡасан тауышын күтәрмәне, һытыҡ йөҙ күрһәтмәне, уҡытыусы этикаһы – ғаиләһенән. Ә һәр эшкә маһирлығы, һылыулығы – тәбиғәт бүләге ул. Кабинеттарҙы йыһазлағанда плакаттарҙы мисәтле хәрефтәр менән яҙа белеү оҫталығы һәр кемгә бирелмәй шул. Плакаттарҙа яҙыу, аттестация осоронда эштәрҙе компьютерҙа баҫыу, орнаментлап биҙәү, ҙур шәжәрә ағастарын төшөрөү кеүек рәссамдар ғына башҡара алған эштәрҙе Венера һылыуыбыҙ, бар ихласлығын һалып, етеҙ генә башҡарып сыға ине.
Аш-һыу оҫтаһы ла, туйҙа зиннәтле аҙыҡ – бауырһаҡ ҡулынан уңышлы сыға тип, ярҙамға уны саҡырабыҙ. Пирог-шәңкәләрҙе сәнғәтсә биҙәп беҙҙе ҡыуандырып, кәйефтәребеҙҙе күтәреп эшләп, йәшәне ул Йоноста.
“Кешеләргә кәрәкмен, ярҙам итә алам икән, үҙемде бәхетле тоям”, – ти ул. Бөгөн ул – дүрт баланың, алты ейән-ейәнсәрҙең әсәһе-өләсәһе. Ауыр тормош һынауҙарын да еңеүе батырлыҡ әле.
Башҡорт халҡында “Атайҙан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән” тигән бик матур һәм йөкмәткеле мәҡәл ижад ителгән. Әгәр ҙә иғтибар итһәк, был мәҡәл Венера Иҙелман ҡыҙы Шафиҡоваға ҡарата әйтелгән тиерһең. Ысынлап та, уның атаһы Иҙелман Хәйҙәр улы Ҡазыев – СССР-ҙың мәғариф алдынғыһы, бөгөн ҡыҙы Венера тәрбиәһендә йәшәй, әсәһе Йәүһәрә Санбаш ҡыҙы (вафат) Рәсәй Федерацияһы мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы булды. Был маҡтаулы исемде ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәнен юғары кимәлдә уҡытып яуланы. Күрәһең, үҙенең иң кесе ҡыҙы Венераға ла үҙебеҙҙең туған телебеҙгә һөйөү һәм уны һаҡлау теләген уята алған.
Юғары белемле Венера Иҙелман ҡыҙы Шафиҡова Йонос урта мәктәбендә 1996–2012 йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып барҙы. Йәмғиәттә туған телгә ҡарата вайымһыҙлыҡ кеүек күренештәр урын ала башлаған осорҙа Венераға балаларҙа үҙҙәренең туған телдәрен яратырға, хөрмәт итергә, уны һаҡлау өсөн ҡулдан килгәнсә күп көс һалырға тура килде. Бының өсөн ата-әсәләр менән дә тығыҙ эшләү, балалар менән төрлө тәрбиәүи саралар, туған телгә арналған кисәләр, осрашыуҙар үткәреүгә булышлыҡ итте. Үҙенең тырышлығы менән уҡыусыларға сифатлы белем биреп, үҙ фәненә һөйөү уятты. Уның дәрестәре һәр саҡ уйланылған, йөкмәткеле, методик яҡтан көн талаптарына яуап бирерлек кимәлдә булды.
Эшенең һөҙөмтәһе булып уҡыусыларының район һәм республика күләмендә үткәрелгән олимпиадаларҙа уңышлы сығышы булды. Ошо еңеүсе уҡыусыларҙы әҙерләгән өсөн уға Баш-ҡортостан Мәғариф министрлығының рәхмәт хаттары тапшырылды.
Венера Иҙелман ҡыҙы, үҙенең фәнен яҡшы, өлгөлө уҡытыу менән бер йәһәттән, яҡшы класс етәксеһе лә булды. Уңыш байрамында класы барыһын да һоҡландыра ине. Төрлө емеш орлоҡтарынан панно, сәскәләрҙе коллектив менән ижад иттеләр. Ул балаларҙа коллективизм, дуҫлыҡ, кешелеклелек сифаттары тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирҙе.
Уҡыу пландарында яңы барлыҡҡа килгән “Тормош һабаҡтары”, “Башҡортостан мәҙәниәте” предметтарын уҡытыуҙы ла уға ышанып тапшырҙылар. Инде был предметтарҙы Венера Иҙелман ҡыҙы бик яратып һәм бирелеп уҡытты. Сөнки ошо предмет буйынса балаларҙы ысын мәғәнәһендә тормошҡа әҙерлекле кешеләр итеп тәрбиәләүҙә икһеҙ-сикһеҙ киңлектәр асыла ине. Дәрестәрен өҫтәмә күргәҙмә материалдар менән байытырға тырышты. Дәрестәргә ауылдың абруйлы кешеләрен саҡырып, балаларға уларҙың теләктәрен еткерҙе.
Республика күләмендә башлап ебәрелгән “Урал батыр” эпосын өйрәнеү һәм уны ятҡа һөйләү конкурсы буйынса күп эшләне. Ике йыл рәттән уның уҡыусылары республикала үткәрелгән конкурстарҙа уңышлы сығыш яһанылар, II, III дәрәжәләге дипломдар менән бүләкләнделәр.
Һүрәт төшөрөүсе, плакатҡа оҫта яҙыусы булараҡ, аттестация үтеүсе коллегаларына ихлас күңелдән ҙур ярҙам күрһәтте, ваҡыты менән иҫәпләшеп торманы.
Яҡшы эшләүен күреп, мәктәп етәкселеге уны директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫары итеп билдәләне. Ул үҙенең вазифаһында ла матур итеп эшләне. Мәктәп буйынса күп кенә тәрбиәүи саралар ойошторҙо. Хеҙмәттәштәре менән һәр саҡ эшлекле мөнәсәбәттә булды, уларҙың фекерҙәренә, тәҡдимдәренә иғтибарлы, талапсан, ғәҙел булырға тырышты.
Венера Иҙелман ҡыҙы хәҙер район үҙәгендә йәшәй һәм район мәғариф бүлегендә туған телдәр буйынса методист вазифаһын башҡара. Райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу-сыларының эшен ойоштороу, яңы Федераль дәүләт стандарттары талаптарында уҡытыуҙы һәм балаларҙа үҙаллылыҡ тәрбиәләүҙе күҙ уңында тотоп, семинарҙар, асыҡ дәрестәр үткәреүҙәр – Венераның бөгөнгө көндәге хәстәрлеге. Башҡорт теле буйынса район олимпиадаһын ойоштороу, еңеүселәрҙе билдәләп, уларҙы республика, төбәк-ара олимпиадаларына әҙерләү һымаҡ эштәр өсөн күп көс һәм тырышлыҡ кәрәк. Былар менән бер рәттән республикала үткәрелә торған башҡорт теле уҡытыусыларының төбәк-ара “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһенә әҙерләү ҙур оҫталыҡ һәм объективлыҡ талап итә.
Венера Иҙелман ҡыҙы милләтебеҙҙең һәм туған телебеҙҙең үҫешенә ҡулынан килгән тиклем тырышып хеҙмәт итә.
Бергә эшләгән хеҙмәттәштәре юбилярға яуаплы эшендә уңыштар, һаулыҡ, еңел булмаған көндәлек тормошонда һынмаҫ сабыр ҡанаттары теләй. Изге теләктәребеҙ уға яңы көс, энергия сығанағы булһын.
Сәғиҙә МӨХӘРӘМОВА.

Автор: