Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
8 Апрель 2025, 14:30

Ҡырҡ йылға яҡын медицинала

Андрей Дядин шунса ваҡыт Мәсетле районында стоматолог булып эшләй.

Ҡырҡ йылға яҡын медицинала
Ҡырҡ йылға яҡын медицинала

Андрей Николаевич Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән. Уның атаһы Николай Александрович заводта гальваника етештереү мөдире, әсәһе Надежда Александровна онкология диспансерында табип, һуңынан поликлиника филиалы мөдире һәм табип-хеҙмәт эксперт комиссияһы табибы була. Андрей Дядин әсәһе юлынан китеп, буласаҡ һөнәре итеп медицинаны һайлай.
Андрей Дядин 117-се мәктәпте тамамлай, 1979 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтының, стоматология факультетына уҡырға инә. Уҡыған ваҡытта психиатрия дауаханаһында медбрат һәм стоматология хирургияһы кафедраһында лаборант булып эшләй.
Ул студенттарҙың хирургик стоматология буйынса ғилми йәмғиәтен етәкләй, конференцияларҙа докладтар менән сығыш яһай, грамоталар һәм дипломдар ала.
Институтты тамамлағас, Өфө ҡалаһының 21-се дауаханаһында яңаҡ-йөҙ хирургияһы бүлегендә интернатура үтә.
– 6-сы стоматология поликлиникаһында эшләгәндә, дуҫтарым Мәсетле районына ҡунаҡҡа саҡырҙы. Мин килдем, бик оҡшаны, өҫтәүенә баш табип Фәрит Каев Оло Аҡа дауаханаһының баш табибы вазифаһын тәҡдим итте. Ҡатыным менән кәңәшләшеп, күсеп килергә булдыҡ, беҙгә айырым йорт бирҙеләр, – тип һөйләй Андрей Николаевич.
Был 1987 йылда була. Башта Андрей Дядин Оло Аҡа участка дауаханаһының баш табибы вазифаһын башҡара, уны стоматологик ҡабул итеү менән берлектә алып бара. Ул етәксе булып эшләгән осорҙа амбулаторияла йылылыҡ сис-темаһы эшләнә, ике урынлыҡ гараж төҙөлә, мебель һатып алына, физиокабинет һәм аш-һыу бүлмәһе йыһазландырыла.
2016 йылда оптимизация менән бәйле Андрей Николаевич Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының стоматология бүлегенә күсерелә. Бөгөн ул юғары квалификация категорияһына эйә.
Ошо көндәрҙә Андрей Дядин хаҡлы ялға китә. Үҙәк район дауаханаһы коллективынан уға фиҙаҡәр хеҙмәте, профессионализмы һәм эшкә тоғролоғо өсөн рәхмәт хаты тапшырылды.
Белемле, әҙәпле, үҙ эшен белгән белгес пациенттар алдында хөрмәт яуланы, коллегалары араһында абруйлы.
Андрей Николаевичтың хеҙмәте күп грамоталар һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнгән.
Ҡатыны Надежда Владимировна менән улдары Александр һәм ҡыҙҙары Иринаны тәрбиәләп үҫтергәндәр, улар-ға юғары белем алырға ярҙам иткәндәр. Хәҙер балалары – Өфө ҡалаһында. Бәхетле олатай менән өләсәй бөгөн ике ейән-ейәнсәренең уңыштарына ҡыуанып йәшәй.
Екатерина ӘМИРОВА.

Автор: