Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
25 Февраль 2025, 11:00

Медицина – уның булмышы

Табип һөнәре йәмғиәттә иң абруйлыларҙан һанала. Йәш белгестәрҙең тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтып, табиптар сафын тулыландырыуы айырыуса ҡыуаныслы. Уларҙың береһе – участка табибы-терапевт Айгөл Әхмәтшина.

Медицина – уның булмышы
Медицина – уның булмышы

Айгөл Рөстәм ҡыҙы Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуған. Лицейҙы тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә, ҡыҙыл дипломға тамамлай. 2024 йылдың октябрендә Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.
– Етенсе класта саҡта киләсәк тураһында уйлана башланым. Ниндәй һөнәр һайлағанда яҡшыраҡ булыр икән тигән һорау тыуҙы. Химия һәм биология фәндәрен бик яратып уҡыным, шунлыҡтан табип булырға ҡарар иттем. Иҡтисад һәм бухгалтерия иҫәбе өлкәһендә эшләгән атай-әсәйем минең һайлауымды хупланы, – ти Айгөл Әхмәтшина.
Хәҙер ул ике участкала эшләй – Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында (Тыныслыҡ, Энергетиктар, Балашов урамдары һәм башҡалар) һәм Дыуан-Мәсетле табип амбулаторияһында.
– Аҙнаһына ике тапҡыр Дыуан-Мәсетле ауыл амбулаторияһында пациенттарҙы ҡабул итәм, ә ҡалған көндәр-ҙә район үҙәгендә эшләйем. Ҡайһы ваҡыт ҡапыл хәлһеҙләнеү, төрлө ауыртыу һәм борсолоуҙар менән мөрәжәғәт итәләр. Әммә ҡабул итеүгә бүленгән ваҡыт ни бары ун өс минут менән сикләнгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, иғтибарымды бүлергә тырышам. Пациенттарымдың күбеһе – оло йәштәге һәм яңғыҙ кешеләр, уларға хәстәрлек һәм күңел йылыһы етмәй, – тип билдәләй ҡыҙ.
Участка табибының эше белем һәм тәжрибәнән тыш, түҙемлек, мәрхәмәтлелек талап итә. Айгөл Рөстәм ҡыҙы һәр пациентҡа аңлап ҡарай, һөҙөмтәле дауалау тәғәйенләп кенә ҡалмай, дәртләндереп тә ебәрә. Яҡшы һүҙ һәм иғтибарлы мөнәсәбәт – уңыштың яртыһы, тип ышана ул.
– Миңә табип булыу оҡшай. Һәр пациентым өсөн көн һайын үҙемдә ҙур яуаплылыҡ тоям. Сөнки табип-терапевт пациент менән тарыраҡ белгестәр араһында бәйләүсе звено булып тора. Шуға анамнезды яҡшылап өйрәнәм, шик тыуғанда, коллегаларым менән кәңәшләшәм. Улар миңә һәр саҡ ярҙам итә, коллегаларыма бик рәхмәтлемен, – ти Айгөл Әхмәтшина.
Яңы эш башлап торған белгес менән аралашып, уның үҙ тәғәйенләнешен табыуын күрәһең. Йәш табиптың ҡарашында аңлап ҡарау, һәр һүҙендә ярҙам итеү теләге сағыла. Ул үҙ бурысын үтәп кенә ҡалмай, ә һәр пациенттың хәленә инә белә.
Һөнәри оҫталығы, тырышлығы менән Айгөл Әхмәтшина хеҙмәттәштәре араһында ихтирам һәм пациенттар алдында танылыу яулап өлгөргән. Уны ихлас, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булғаны өсөн хөрмәт итәләр.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор: