Атаһын хужалыҡ-иҡтисади бурыстарҙы үтәү өсөн хеҙмәт армияһына саҡыралар. Хәрби хеҙмәт өсөн сәләмәтлек торошо буйынса яраҡһыҙ тип таныла. Өфө заводтарының береһенә ебәрелә, 1946 йылда аяҡтары ауыртып ҡайта.
Һуғыш йылдарының ҡурҡыныс көндәре башлана. Ашарға юҡ, кесерткән, алабута ашайҙар. Кешеләр көнө-төнө эшләй, 2 -3 көнлөк норманы үтәй. Рәшиҙә апай фермала тир түгә.
Һуғыш йылдары ауыр булыуға ҡарамаҫтан, ул 10-сы класты уңышлы тамамлай. Уҡытыусылар етмәгән ваҡыт, йәш ҡыҙҙы райондың халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире Ҡасим абый Кашапов Абдулла мәктәбенә математика уҡытыусыһы итеп ебәрә. Хеҙмәт биографияһы ошолай башлана. “Мәктәптә мине яҡшы ҡабул иттеләр, математика, физика һәм химия фәндәренән уҡыттым”, – тип иҫенә төшөрә Рәшиҙә апа. Башланғыс кластар уҡытыусылары Рәҡибә Әхмәтова, Рәйсә Шаһапова, Фәтиха Хафизова, Һәҙиә Мирсаева, туған тел уҡытыусыһы Ғарифулла Сәғҙәтов, рус теле уҡытыусыһы Рина Закомлистова, тарихсы Ғирфан Мәғрүпов менән бергә эшләй.
Ялан эштәре тамамланғас, уҡыуҙар башлана. Уҡыусыларҙың кәйефе юҡ, ябыҡтар, өҫ һәм аяҡ кейемдәре туҙған, ҡайһы берҙәре сабатала йөрөй. Ҡыҙҙар өшөгән аяҡтарын күлдәк итәге аҫтына тартып йылытырға тырыша. Уҡыу әсбаптары, дәфтәрҙәр етмәй, балалар китап биттәрендә яҙа. Кластарҙа шул тиклем һыуыҡ була, хатта яҙыу ҡараһы туңа. Балалар йыш сирләй. Өлкәндәр ҙә ауырый, ләкин улар эшкә бара, сөнки эшкә йөрөмәгәндәргә хеҙмәт көнө яҙылмай. Кешеләр күпләп үлә, хатта ғаиләләре менән.
Мәктәптәге дәрестәрҙән һуң уҡытыусылар баҫыуҙа эшләй, унда эҫкерттәге башаҡты һуға, һуңынан уларҙы келәткә алып бара. Игенде фронтҡа оҙаталар. Уҡыусылар ҙа игенде һуғырға ярҙамлаша, фермала эшләй, өлкәндәр менән бергә мал ҡарай. Уҡытыусылар даими рәүештә агитация эшен алып бара, халыҡты яңылыҡтар менән таныштыра, спектаклдәр, концерттар ҡуя.
Апрелдә Совет армияһы Германияға барып етә, был хәлгә барыһы ла ҡыуана. 9 майҙа мәктәп директоры Ғарифулла Сәғҙәтов Еңеү хаҡында хәбәр итә. Барыһы ла урамға ҡыҙыл флаг тотоп сыға. Халыҡ илаша – оло ҡыуаныс, шатлыҡ, дошманға ҡарата нәфрәт йәштәре була ул.
Рәшиҙә Хәләфетдин ҡыҙы Силәбе өлкәһенең Златоуст педагогия институтын тамамлай. Ире Рәфҡәт Әхмәтов менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Хәҙер уның биш ейән-ейәнсәре һәм туғыҙ бүләһе бар.
20 йыл элек Рәшиҙә апа дин юлына баҫа. “Бөгөн доға ҡыла алыуыма бик шатмын, был тормошта ярҙам итә, – ти Рәшиҙә апа. – Тормош иптәшемде һәм берҙән-бер улымды юғалттым. Аяҡ аҫтында ер убылғандай булды. Әммә мин, тормошомда бүтән бер насарлыҡ та булмаһын тип, Аллаһҡа ялбарып доға ҡылдым. Эйе, ауыр булды, үкенесле ине. Әммә яҡын кешеләрем һәм ике ҡыҙым мине яңғыҙ ҡалдырманы, улар ярҙамы менән барлыҡ һынауҙарҙы еңеп сыҡтым”.
Рәшиҙә апай “Халыҡ мәғарифы отличнигы” исеменә лайыҡ, маҡтау, почет грамоталары ла байтаҡ. Хәҙер ул кесе ҡыҙы Әлфиәнең хәстәрлегендә йәшәй. Ҡыҙы әсәһен тәрбиәләү өсөн ҡаланан ғаиләһе менән күсеп ҡайтҡан.
Рәшиҙә Хәләфетдин ҡыҙы 99 йәшендә лә күҙҙәренең һәм аҡылының ғәжәйеп асыҡлығын һаҡлаған. Шул тиклем күп һынауҙар кисергәндә лә ул йәшәүгә өмөтөн, яҡындарына һөйөүен, иманын юғалтмаған.
Ауыл халҡы исеменән Рәшиҙә апаны күркәм ғүмер байрамы менән Абдулла ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәфис Носратуллин, мәктәп директоры Әлфиә Мәғәсүмова, ветерандар советы ағзаһы Рәфҡәт Лоҡманов, клуб методисы Мөхәмәтнур Харрасов, депутат Сабирйән Камалов ҡотланы. Почетлы йәштә иң мөһиме – ныҡлы һаулыҡҡа эйә булыу. Тағы ла оҙаҡ йылдар яҡын кешеләрегеҙҙең һөйөүен, хәстәрлеген һәм йылыһын тойоп таҙа-һау йәшәгеҙ!
Фәниә РАЯНОВА, Абдулла ауылының “Ағинәйҙәр” йәмғиәте рәйесе.