Яңы Мөслим ауылында 2009 йылдан алып был яуаплы эште Ришат Хафизов башҡара.
Ришат Ансар улы мәктәпте тамамлағандан һуң Өфө һөнәрселек училищеһында иретеп йәбештереүсе һөнәрен ала. Йүнәлеш буйынса синтетик спирт етештереү заводында эшләй башлай. Әммә ҡала тормошо күңеленә хуш килмәй, шуға күрә Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткәндән һуң атайсалына ҡайта. Хеҙмәт эшмәкәрлеген А. Жданов исемендәге колхозда дауам итә. Артабан ул “Маяҡ”, һуңынан “Мөслим” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре тип үҙгәртелә. Иретеп йәбештереүсе, малсы, оҙаҡ йылдар һөт ташыусы була. Колхоз тарҡалғас, үҙ эшен асып, һөт йыя башлай.
– Хәҙер һөт аҙ, шуға күрә өс көнгә бер тапҡыр йыям. Йәйгеһен – көн һайын. Һөттө Балаҡатай районына тапшырам, – тип һөйләй ул.
Эшҡыуарҙың төп ярҙамсыһы – уның ҡатыны Разия Фәйзулхаҡ ҡыҙы. Ул бухгалтер иҫәбен алып бара. Татыу ғаиләлә балалары Рәмзилә, Розалина һәм Рәшит эш тәртибен белеп үҫә.
Хафизовтар ғаиләһенең мәшәҡәттәре етерлек, сөнки һөт йыйыуҙан тыш улар өс баш һыйыр, 20 баш йылҡы аҫрай. Улар 70 гектар ерҙә ауыл хужалығы культураһы сәсеп эшкәртә. Эшҡыуарҙар арымай-талмай эшләй, уларҙың һәр көнө иртә таңдан башлана: һыйыр һауырға, малдарҙы ашатырға, һуңынан хужалыҡ эштәре менән шөғөлләнергә кәрәк.
Ришат Ансар улының тырышлығы иғтибарһыҙ ҡалманы. 2024 йылда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре көнөнә арналған тантаналы сара барышында уға “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” дипломын тапшырҙы.
Ришат Хафизовтың һәм уның ғаиләһенең тормошо – эш һөйөүсәнлек һәм эшкә тоғролоҡтоң уңышҡа килтереүенә асыҡ миҫал.
Ләйсән АБЗАНОВА.