Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
16 Декабрь , 10:05

Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул, йән биреүсе, йәм биреүсе Ватанға!

Ауыл ҡатыны... Ул хеҙмәтсән дә, хужабикә лә, әсә лә, ҡатын да. Ул танылыу эҙләмәй, юғары наградалар көтмәй.

Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул, йән биреүсе, йәм биреүсе Ватанға!
Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул, йән биреүсе, йәм биреүсе Ватанға!

Ауыл ҡатыны баҫалҡы һәм егәрле. Уға бөтә ерҙә лә өлгөрөргә кәрәк: тәүге әтәс һөрәнләү менән тороп ашын йүнәтергә, ғаиләһен ҡарарға, хужалыҡ эштәрен атҡарырға. Ҡатмарлы ауыл шарттарында ауыр йөктө үҙ иңенә алған ауыл ҡатынының тормошо, йыл артынан йыл уҙып, һиҙелмәйенсә үтә. Ҡатын-ҡыҙ – йәшәйеш сығанағы. Ғаилә лә, йорт та, производство ла улар хәстәрлегендә. Районыбыҙҙа ундай уңған хеҙмәтсәндәр күп. Көслө характерлы, изге күңелле, һоҡланғыс ҡатындарҙың береһе хаҡында һүҙ барасаҡ был юлы ла.
Розалия Ғайсина Көршәле ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килгән. Атаһы Ғәлиулла Һаҙый улы колхозда мал ҡараусы булып эшләй, әсәһе Сафия Әхмәҙи ҡыҙы – һауынсы. Шуға күрә, мәктәпте тамамлағандан һуң Розалия Ғәлиулла ҡыҙы оҙаҡ уйлап тормай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген Фрунзе исемендәге колхозда башлай, төрлө эштәр башҡара. Йылдар үтә, колхоздар юҡҡа сыға. Тарҡалған колхоз урынына бөгөн Яңы Мишәр ауылында “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшләп килә. Розалия Ғайсина ошо хужалыҡта хеҙмәт итә лә инде. Ауыл хужалығына ул 32 йыл ғүмерен биргән, хәҙер ырҙын табағында төрлө эштәр башҡара. Был эш еңелдән түгел, ҡайһы саҡта уны башҡарып сығыуы ир-аттарға ла ауыр, нәфис гүзәл зат тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Уның көндәлек бурысы – игенде таҙартыу, сорттарға айырыу, киптереү. Розалия Ғәлиулла ҡыҙының эше ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки игенде һаҡлау – хужалыҡ эшенең мөһим звеноһы.
– 30 йылдан ашыу ваҡыт эсендә эшемә күнектем. Эйе, эш еңелдән түгел. Бигерәк тә ҡыш көнө, һыуыҡта. Ошондай көндәрҙә алмашсым менән бер-беребеҙҙе эш урынында йышыраҡ алмаштырабыҙ, – тип тыйнаҡ ҡына һөйләй ҡатын.
Уңғанлығы һәм тырышлығы өсөн Розалия Ғайсина бер нисә тапҡыр райондың почет грамоталары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән наградланған. Ә быйыл Ауыл хужалығы көнөндә агросәнәғәт комплексы системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн уны Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнеләр.
Тормош иптәше Илшат Ғиниәт улы “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә мал ҡараусы булып эшләй. Улар бергәләп балалары Ринат, Иршат һәм Лилиәне тәрбиәләп үҫтергән, улар үҙ ғаиләләрен булдырған һәм Себер тарафтарында йәшәй. Хәҙер Розалия һәм Илшат Ғайсиндар – бәхетле өләсәй менән олатай, уларҙы дүрт ейән-ейәнсәре уңыштары менән һөйөндөрә.
Ғайсиндар ғаиләһе башҡа ауыл кешеләре кеүек тырышып донъя көтә: ихата тултырып мал тоталар, баҡсала йәшелсә һәм емеш-еләк үҫтерәләр.
Ябай ауыл эшсәне Розалия Ғайсинаның тормошо яҡташтары өсөн хеҙмәт яратыу һәм үҙ эшенә тоғролоҡ өлгөһө булып тора.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Һүрәттә: Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин Розалия Ғайсинаға БР Ауыл хужалығы министрлығы наградаһын тапшырҙы

Автор: