Ул Теләш ауылында тыуып үҫкән, бала саҡтан бәйләү, күбәләктәрҙән гөлләмәләр яһау менән мауыҡҡан, һуңыраҡ сәскә формаһында яҡтыртҡыстар эшләй башлаған.
– Үҙ ҡулдарым менән эшләп ҡарамаған шөғөл юҡ һымаҡ. Күптән түгел баҡсамды биҙәргә булдым. Бының өсөн танышымдан кашпо һатып алдым һәм уның үрелеүе ҡыҙыҡһындыра башланы. Социаль селтәрҙә оҫталыҡ дәресе үттем һәм ротанг менән үрә башланым. Был бик ҡыҙыҡлы шөғөл булып сыҡты. Ул сабырлыҡ, сыҙамлылыҡ талап итә. Мин иң ябай “классик” форманан башланым, һуңыраҡ ҡатмарлы, күләмле изделиеларға күстем. Ротанг менән бер кашпо үреү өсөн, изделиеның ҙурлығына ҡарап, уртаса 3 – 4 сәғәт ваҡыт китә. Әйберҙәремде интернет аша һатырға булдым: кашпоны һатып алыусы тиҙ табылды. Киләсәктә уҡыусыларҙы һәм йәштәрҙе ротанг менән үреүгә йәлеп итергә теләйем, – тип һөйләй оҫтабикә.
Мәҡсүҙә Әсбапованың ғаиләһе ҙур, тормош иптәше менән дүрт бала тәрбиәләйҙәр, хужалыҡ тоталар, баҡса үҫтерәләр. Эшһөйәр хужабикә, яратҡан әсә, хәстәрлекле ҡатын Мәҡсүҙә Бәхтийәр ҡыҙы эшһеҙ ултырырға белмәй. Нимәгә генә тотонмаһын, бөтәһен дә ҙур теләк менән баш-ҡара. Уның ҡулдары менән эшләнгән ғәжәйеп матур ротанг изделиелар – быға сағыу миҫал.
Любовь ОБУХОВА.