Ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты – медицина учреждениеһы ғына түгел, бында фельдшер тәнде лә, йәнде лә дауалай. Ул көн һайын балалар һәм өлкәндәр һаулығы һағында тора. Урындағы халыҡ фельдшерҙы шуның өсөн хөрмәт итә лә инде.
Фәнүзә Миңлеәхмәт ҡыҙы ҡырҡ йылға яҡын Тайыш ауылы халҡының һаулығын хәстәрләй. Ул тәүлектең төрлө ваҡытында тәүгеләрҙән булып ярҙамға ашыға, сөнки “Ашығыс ярҙам” бригадаһының юлда һуңлауы ихтимал, бындай осраҡта пациенттарҙың һаулығы ғына түгел, ғүмере лә уның етеҙлегенә һәм профессионаллегенә бәйле.
Фәнүзә Вәлиева Ғафури районының Красноусольск ауылында тыуып үҫкән, урындағы мәктәпте тамамлаған. Һуңынан Һатҡы медицина училищеһына уҡырға инә, “Фельдшер” белгеслеге буйынса диплом ала.
– Мин бала саҡтан шәфҡәт туташы булырға теләй инем. Ике туған апайым дауаханала эшләне, миңә медицина формаһы, аҡ халат оҡшай торғайны. Медицина училищеһында белем алған ваҡытта “Ашығыс ярҙам” бригадаһында эшләнем, саҡырыуҙарға йөрөнөм, – тип һөйләй ул.
Уҡыу йортон тамамлаған Фәнүзә Миңлеәхмәт ҡыҙы әхирәтенең тыуған ауылы Аҙанғолға килә һәм бында буласаҡ тормош иптәше Хәбирйән Вәсилйән улы менән таныша. Йәштәр өйләнешә, уларҙың ҡыҙы тыуа. 1987 йылдан Тайыш ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләй.
Фельдшер көтөлмәгән хәлдәргә әҙер булырға тейеш, эшендә төрлө осраҡтарҙың булыуы ихтимал.
– 1991 йылғы осраҡ айырыуса иҫтә ҡалған. Пациенттың бәпәйләргә ваҡыты етте, уны Оло Ыҡтамаҡ ауылы дауаханаһына алып барып өлгөрмәҫ инек. Мин сабыйҙы өйҙә ҡабул иттем. Аллаға шөкөр, барыһы ла яҡшы тамамланды. Һуңынан әсә менән сабыйҙы район үҙәгенә алып киттеләр, – тип дауам итә Фәнүзә Вәлиева.
Ошо көндәрҙә БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина Өфө ҡалаһында Фәнүзә Миңлеәхмәт ҡыҙына “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһен тапшырҙы. Шулай уҡ ул Мәсетле районының “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы-2016” конкурсы еңеүсеһе, Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһынан грамотаға, медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзынан Почет грамотаһына эйә.
Ире Хәбирйән Вәсилйән улы менән ҡыҙҙары Эльмираны тәрбиәләп үҫтергәндәр, ейәненең һәм ике ейәнсәренең уңыштарына шатланып йәшәйҙәр. Уларҙың Аҙанғол ауылында күркәм ҙур өйө, йәмле баҡсаһы бар. Буш ваҡытында ул ҡул эштәре менән мауыға, ырғаҡ менән бәйләй, сигеү сигә.
Тайыш ауылы халҡы үҙ фельдшерын хөрмәт итә, уның һәр ваҡыт ярҙамға килеренә ныҡлы ышана.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты Тайыш мәктәбе бинаһында урынлашҡан, унда йылы, яҡты һәм ҡоро, һыу, канализация бар.
– Башҡаларға ярҙам итеү – минең изге бурысым. Пациенттарымдың рәхмәтле ҡараштары эшемдең төп баһаһы тип уйлайым, – тип һүҙен тамамланы Фәнүзә Миңлеәхмәт ҡыҙы.
Екатерина ӘМИРОВА.