Мәүлетбай Сәмиғулла улы 1947 йылдың 20 ғинуарында Яңы Мишәр ауылында тыуған. Ул бәләкәйҙән үк яуаплы һәм ныҡышмалы булыуы менән айырылып тора. Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, райондың аграр үҫешенә үҙ өлөшөн индереп, Фрунзе исемендәге колхозда тракторсы булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1967 йылда Мәүлетбай Ғәниев Совет Армияһы сафына саҡырыла. Ике йылдан тыуған районына ҡайта һәм колхозда эшләүен дауам итә.
1983 йылдан ул Яраҫтау һөнәрселек училищеһында уҡый, ә 1986 – 1990 йылдарҙа Дыуан ауыл хужалығы техникумында агроном һөнәренә эйә була. Мәүлетбай Ғәниев һәр эште ҙур теләк менән бар күңелен һалып башҡара, өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалмай. Уның тырышлығы тейешенсә баһалана – бригадир итеп тәғәйенләйҙәр, ә 1992 йылда Оло Ыҡтамаҡ урман хужалығына урмансы итеп алалар.
Эшләгән йылдарында ул бер нисә тапҡыр почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнә, III дәрәжә Хеҙмәт даны ордены (1976 йыл), “Туғыҙынсы биш йыллыҡ ударнигы”, “Социалистик ярыш еңеүсеһе”, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” билдәләре, “Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл” миҙалы бар.
Намыҫлы һәм яуаплы эшмәкәрлеге, принципиаллеге һәм профессионаллеге өсөн ул район етәкселеге, хеҙмәттәштәре араһында ихтирам яуланы. Шуға күрә бер нисә тапҡыр ауыл Советы депутаты һәм Мәсетле районы Советы депутаты итеп һайланды.
Мәүлетбай Ғәниев – хәстәрлекле ғаилә башлығы. Ҡатыны Ғәлиә Таһир ҡыҙы менән балалары Лидия, Мәүлиҙә, Тимербай, Гөлнур һәм Адисты тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бөтә балаларына ла лайыҡлы белем алырға, ғаилә ҡорорға ярҙам итәләр.
Хәҙер улар дүрт ейәне, алты ейәнсәре һәм ике бүләһенең уңыштары менән ғорурлана.
Ләйсән АБЗАНОВА.