Зөлфиә Хәкимйән ҡыҙы етәкселегендә колледж заман менән бергә атлай, яңы хеҙмәт баҙары талаптарына әүҙем яраҡлаша.
153-сө һөнәрселек училищеһында хеҙмәт эшмәкәрлеген ул 2004 йылда башлай – ашхана мөдире була. Бер йылдан дәрестәр алып барырға тәҡдим итәләр. Шул уҡ ваҡытта Урал дәүләт педагогия университетының социаль педагогика факультетына ситтән тороп уҡырға инә.
– Башта мин ике вазифала эшләнем, – тип һөйләй Зөлфиә Бикташева. – Ашхана мөдире менән уҡытыусы эшен бер үк ваҡытта алып барыу ауыр булды, шуға күрә һуңыраҡ уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеген генә һайланым. Диплом алғас, социаль педагог вазифаһына тәғәйенләндем.
Коллегалары уның кешелеклелеген, ғәҙеллек һәм һөнәргә тоғролоғон юғары баһалай, шуға күрә 2020 йылда филиал мөдире итеп һайлайҙар. Ул коллегаларының тәҡдимен рәхмәт һүҙҙәре менән дәртләнеп ҡабул итә. Идара итеүҙең яңы алымдарын индереп, коллективта үҙ-ара аңлашыу һәм хеҙмәттәшлек атмосфераһын тыуҙыра.
Былтыр Зөлфиә Бикташева етәкселегендә филиал бинаһына капиталь ремонт эшләнгән, ошо маҡсатҡа 54 миллион 600 мең һум аҡса бүленгән. Капиталь ремонт барышында бинала йылытыу һәм электр менән тәьмин итеү системалары, иҙәндәр, эске һәм тышҡы канализация алмаштырылған, яңы бүлмә ишектәре, баҫҡыстар майҙансығында янғынға ҡаршы тимер ишектәр ҡуйылған.
Белем биреү учреждениеһында хәҙер яҡты, йылы, ашнаҡсылар өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән заманса лаборатория, яңыртылған спорт залы һәм туҡланыу блогы, уңайлы дөйөм ҡулланыу урындары барлыҡҡа килгән.
Зөлфиә Хәкимйән ҡыҙының һәм бөтә уҡытыусыларҙың тырышлығы менән колледж популярлыҡ яулап бара. Унда мәсетлеләрҙән тыш Дыуан, Балаҡатай һәм Салауат райондарынан, шулай уҡ күрше Свердловск, Силәбе өлкәләренән ҡыҙҙар һәм егеттәр белем ала.
– Беҙ уҡыусыларға һөнәр алыу ғына түгел, үҙҙәренең һәләттәрен асыу мөмкинлеген дә бирәбеҙ. Уларҙың күбеһе мәктәптә һүрәт төшөрөү, йырлау йәиһә бейеү менән шөғөлләнмәгән, ә бында улар үҙҙәрен ошо йүнәлештәрҙә таба. Быны студенттарҙың төрлө конкурстарҙа ҡатнашыуы раҫлай. Улар үҙҙәрен беҙҙең уҡыу йорто кимәлендә генә түгел, район сараларында ла әүҙем күрһәтә, – тип билдәләне Зөлфиә Бикташева.
Хәҙер колледжда уҡыу процесы даими яңыртыла, яңы әҙерлек йүнәлештәре барлыҡҡа килә. Быйылдан башлап матурлыҡ индустрияһы технологияларына өйрәтәләр. Шулай уҡ быйыл педагогтар “Мәғлүмәт технологиялары” һөнәре буйынса лицензия алырға планлаштыра.
Зөлфиә Хәкимйән ҡыҙы етәкселегендәге колледж коллективы, һәр студенттың шәхси үҫеше өсөн шарттар тыуҙырып, дөрөҫ йүнәлештә бара.
Төп эшмәкәрлеге менән бер рәттән Зөлфиә Хәкимйән ҡыҙы өйөндә уңған хужабикә, һөйөклө ҡатын һәм яратҡан әсәй-өләсәй ролен дә уңышлы алып бара. Ғаиләһе – ышаныслы тыл һәм терәк.
Ләйсән АБЗАНОВА.