Светлана Лесонен Ключевой ауылында тыуып-үҫкән. Тыуған ауылын ул бик йылы һүҙҙәр менән телгә ала, сөнки унда бала сағы, үҫмер йылдары һәм йәшлеге үткән.
Оло Аҡа мәктәбен тамамлағандан һуң Светлана Семеновна Полевской ҡалаһында аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар контролер-кассиры һөнәренә эйә була. Һуңынан тыуған районына ҡайта һәм “Әй” совхозында эшләй башлай.
– Дөрөҫөн әйткәндә, тәүҙә ауыр булды. Сөнки ауыл хужалығында иртәнән кискә тиклем йыл әйләнәһенә тир түгәләр. Яҡшы уңыш алыр өсөн ең һыҙғанып эшләргә кәрәк. Ваҡыты-ваҡыты менән орлоҡ һәм ашламалар һалынған тоҡтарҙы үҙебеҙгә ташырға тура килә торғайны, – тип һөйләй ул.
Әле ул Илнар Ниғәмәтйәновтың крәҫтиән-фермер хужалығында иген келәтендә эшләй, баҫыуҙарҙан килгән һәм оҙатылған ашлыҡты иҫәпкә ала.
Светлана Лесонендың өйөндә – һәр ваҡыт тәртип һәм таҙалыҡ. Буш ваҡытын ҙур баҡсаһында үткәрә.
Бынан тыш, ул – яратҡан әсәй ҙә. Тормош иптәше менән ике ҡыҙҙарын эшһөйәр, изге күңелле һәм маҡсатҡа ынтылышлы кеше итеп тәрбиәләп үҫтергәндәр, уларға белем алырға ярҙам иткәндәр. Хәҙер балалары ғаиләләре менән ҡалаларҙа йәшәй, ата-әсә йортонда ҡунаҡтар ғына.
Намыҫлы һәм күп йыллыҡ хеҙмәте, яҡшы эше, планды үтәү буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн Светлана Семеновнаға бер нисә тапҡыр почет грамоталары тапшырылды. Ә күптән түгел ул Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән наградланды.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.