Мәсетле тормошо
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Уҡыусылар уның дәрестәрен ярата

Телмәр кеше тормошонда ҙур әһәмиәткә эйә: уның ярҙамында кешеләр аралаша, уй-фекерҙәре менән бүлешә, кәрәкле мәғлүмәт бирә.

Уҡыусылар уның дәрестәрен ярата
Уҡыусылар уның дәрестәрен ярата

25 майҙа илебеҙҙә эшмәкәрлектәре телмәр һәм яҙыу тураһында белемде өйрәнеү һәм уны тапшырыу менән бәйле булған белгестәр һөнәри байрамдарын билдәләй. Улар махсус белем алып, төрлө өлкәләрҙә эшләй. Ауыл ерендә филологтар башлыса мәктәптәрҙә уҡыта.
Лицейҙың рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ольга Дәүләтшина Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуып үҫкән. Атаһы Иван Леонидович – “Серп и молот” колхозында агроном, әсәһе Антонина Григорьевна балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән.
Оло Ыҡтамаҡ мәктәбен тамамлағас, Ольга Ивановна Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Диплом алған йәш белгес туған мәктәбенә эшкә ҡайта һәм ошонда тороп ҡала.
– Һөнәр һайлағанда уҡытыусыларым Лимма Сафиевна Сәлимйәнова, Наталья Владимировна Елисеева миндә рус теленә һәм әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләне, шулай уҡ Галина Васильевна Рычкова менән Любовь Леонидовна Корягина алып барған тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәре бик оҡшай торғайны. Мин һәр саҡ ошо остаздарыма оҡшарға тырыштым, – тип һөйләй ул.
Ольга Дәүләтшинаның уҡыусылары шиғыр һөйләүселәр конкурсының муниципаль һәм төбәк этаптарында, әҙәбиәт буйынса олимпиадаларҙа призлы урындар ала. Балалар уҡытыусыға ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәттә.
– Уҡытыусы эшендә белем һәм методика мөһим. Ләкин иң төп шарт – балаларға һөйөү. Баланы йомшаҡ ҡына тейешле йүнәлештә ебәрергә тырышам. Өҫтөнлөктә – әҙәбиәт һәм дәрестә уҡыу процесы. Нәфис әҙәбиәт уҡыу балаларҙы оло тормошҡа әҙерләй, – тип дауам итә Ольга Ивановна.
Яуаплы, талапсан, шул уҡ ваҡытта изге күңелле, иғтибарлы, тыйнаҡ, ярҙамсыл – уға бөтә был сифаттар хас.
Ире Радик Раил улы менән өс ул тәрбиәләйҙәр: Данил, Дамир һәм Радмир. Фёдорҙары инде хәҙер үҫеп еткән.
Төп эшенән бушаған арала Ольга Ивановна балалары янында булырға тырыша, уҡырға, аудиокитаптар тыңларға, еләк һәм бәшмәк йыйырға ярата.
Ольга Дәүләтшина юғары категорияға эйә, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе, Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәге лауреаты, район хакимиәте, мәғариф бүлеге грамоталары менән наградланған, 2011 йылда “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында “Толерантлыҡ һәм мәҙәниәт-ара аралашыу” номинацияһында еңеүсе тип табылды.
Екатерина ӘМИРОВА.

Автор: