Мәсетле тормошо
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Табип булыу – бала саҡ хыялы

Һуңғы оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәсетле районының урындағы дауаханаға һәм поликлиникаға медицина белгестәрен йәлеп итеү буйынса яҡшы эшләүен билдәләне.

Табип булыу – бала саҡ хыялы
Табип булыу – бала саҡ хыялы

Үҙәк район дауаханаһына эшкә килгән йәш белгестәрҙең береһе – табип-уролог, хирург Джонибек Кавраков. Тулы булмаған биш йыл эсендә ул коллегалары араһында абруй һәм пациенттарҙың ышанысын яуланы.
Ул Тажикстандың Хатлон өлкәһендә тыуып үҫкән. Урта мәктәпте тамамлаған, 2011 йылда Дүшәнбелә Абуали ибни Сино исемендәге Тажик дәүләт медицина университетының дауалау факультетына уҡырға ингән һәм алты йылдан һуң диплом алған.
– Мин бала саҡтан кешеләргә ярҙам итеү теләге менән йәшәнем, шуға күрә һөнәрҙе иртә билдәләп ҡуйҙым: табип булырға ныҡлы ҡарар иттем. Мәктәп йылдарында математика, шулай уҡ химия һәм биология яҡшы бирелде, район һәм өлкә олимпиадаларында призлы урындар алдым, – тип һөйләй Джонибек Мурадолиевич.
Артабан, ниндәй йүнәлеш буйынса эшләргә теләүен билдәләгәндән һуң, Өфө дәүләт медицина университеты ординатураһына уҡырға инә һәм уны 2019 йылдың июлендә уңышлы тамамлай. Ә август айында Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһына эшкә урынлаша.
Йәш белгес “Ауыл табибы” дәүләт программаһы менән файҙаланып, хеҙмәт эшмәкәрлеге өсөн ауылға күсеп килгәндәргә тәғәйенләнгән бер миллион һум аҡсалата түләү алған.
– Эштә миңә Раян Мөхәмәҙиев, Назриддин Нуралиев, Альберт Нурмөхәмәтов һәм Эльмир Әхмәтшин ҙур ярҙам күрһәтте, улар өйрәтте, дауалау алымын һайлауҙа кәңәштәр бирҙе, – тип дауам итә хирург.
Джонибек Кавраков сыҙамлы, йыйнаҡ, тыныс, тәртипле булыуы, стресҡа ҡаршы тороусан характеры, шулай уҡ тиҙ арала ҡарар ҡабул итә белеүе менән айырылып тора, ә былар операция талап ителгәндә бик мөһим.
– Минең өсөн хирургия – эш кенә түгел, ә булмыш. Һәр пациентҡа индивидуаль алым кәрәк. Хеҙмәтемдең һөҙөмтәләрен күреүемә бик шатмын, минеңсә, был – табип һөнәрендә иң мөһиме, – ти Джонибек Мурадолиевич.
Ҡатыны Дилрабо менән ҡыҙҙары Ануш һәм улдары Джовидон, Мостафаны тәрбиәләйҙәр, улар балалар баҡсаһына йөрөй.
Буш ваҡытта Джонибек Мурадолиевич спорт менән мауыға: футбол уйнай, ирекле көрәш менән шөғөлләнә.
Йәш хирургтың хеҙмәте район хакимиәте башлығы һәм үҙәк район дауаханаһы баш табибының рәхмәт хаттары менән билдәләнгән.
Любовь ОБУХОВА.

Автор: