Мәсетле тормошо
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Рәфил Зәйнетдинов тәгәрмәстәр монтажлау оҫтаханаһы асты

Мәсетле районында социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам тормошҡа ашырыла. Эшҡыуар, үҙмәшғүл булырға йәиһә үҙ бизнесын башларға теләгән һәр кемдең дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлеге бар.

Рәфил Зәйнетдинов  тәгәрмәстәр монтажлау оҫтаханаһы асты
Рәфил Зәйнетдинов тәгәрмәстәр монтажлау оҫтаханаһы асты

Бөгөн Һөләймән ауылынан Әлфинә һәм Рәфил Зәйнетдиновтар ғаиләһе тураһында һөйләйәсәкбеҙ.
Ишле ғаилә башлығы еңел автомобилдәргә ваҡ ремонт эше менән күптән шөғөлләнә, ләкин тулы хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн кәрәкле ҡорамалдары булмай, ә һатып алыу өсөн ярайһы уҡ сығымдар талап ителә.
– Элек мин Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләнем һәм үҙ эшемде асыу тураһында уйлай инем. Бер йыл элек гараж төҙөнөм, иретеп йәбештереү ярымавтоматын һатып алдым, ҡайһы берҙә машиналар ремонтланым. Ауыл халҡы тәгәрмәстәрҙе монтажлау оҫтаханаһын асыуҙы һораны, сөнки район үҙәгенә тиклем барырға алыҫ, унда ла йыш ҡына сират булып китә. Ҡатыным менән кәңәшләшеп, беҙ ниәтләргә ҡарар иттек, – ти Рәфил Ғәлиулла улы.
Тәүҙә ул Мәсетле районы хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. “Эшҡыуар сәғәте”ндә хакимиәт башлығы Әнис Әсәҙуллин һәм бизнес-шериф Илшат Хәсәновты үҙенең проекты менән таныштыра. Был идеяны хуплайҙар, сөнки ауылда ремонт һәм тәгәрмәс алмаштырыу оҫтаханаһы юҡ, шуға күрә бындай хеҙмәт төрөнә ихтыяж булыр, тип иҫәпләйҙәр.
– Тейешле документтарҙы һәм үҙ эшемде асыуға бизнес-план әҙерләп тапшырҙым. Миңә бизнес-шериф Илшат Хәсәнов һәм Халыҡ мәшғүллеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре йүнәлеш бирҙе, кәңәштәре менән ярҙам итте, бының өсөн уларға рәхмәтлемен, – тип билдәләй ул.
Социаль контракт төҙөгәндән һуң, Рәфил Ғәлиулла улына шиномонтаж оҫтаханаһы өсөн ҡорамалдар һатып алыуға 350 мең һум аҡса бирелә.
– Алынған средстволарға баланслау, тәгәрмәс алмаштырыу станоктары, шулай уҡ күтәргес һатып алдым, – ти Рәфил Зәйнетдинов. – Әлбиттә, бүленгән аҡса етмәне, ҡайһы берҙәрен үҙемдең аҡсама алдым. Тырышлыҡ һөҙөмтәһен бирҙе, һәм хәҙер миңә ситкә йөрөп эшләргә кәрәкмәй, һәр ваҡыт ғаиләм эргәһендә була алам.
Бөтә станоктарҙы һәм ҡорамалдарҙы урынлаштырыу өсөн Рәфил Ғәлиулла улы ике ҡатлы гараж төҙөгән. Эшҡыуар киләсәктә клиенттар өсөн икенсе ҡаттың эшен тамамларға, унда көтөп тороусылар өсөн сәй эсеү мөмкинлеге булдырырға ниәтләй.
Ғаилә башлығына ҡатыны Әлфинә һәм биш балаһы ярҙам итә. Тормош иптәше урындағы клубта мәҙәни хеҙмәткәр булып эшләй. Ул “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ.
– Иремә һәр яҡлап ярҙам итергә тырышам. Инструменттарҙы биреп тороу ҙа эште тиҙләтә бит, – тип һөйләй йорт хужабикәһе.
Зәйнетдиновтар ғаиләһенең өй тирәһе тураһында ла әйтеп үтмәй мөмкин түгел – был айырым сәнғәт төрө булып тора. Унда кәрәкмәгән алмаш частарҙан стилләштерелгән робот һыны эшләнгән, уға почта йәшниге ҡуйылған, эргәһендә эт һыны тора. Ихата эсендәге баҡса тәгәрмәстән ҡойма менән кәртәләнгән, сәскә түтәлдәре лә шунан эшләнгән. Барыһы ла төрлө төҫтәргә буялған. Шулай уҡ хужа кәрәкмәгән алмаш частарҙан эшләнгән хәрби техника коллекцияһын күрһәтте.
Бына шундай матур һәм татыу ғаилә йәшәй Һөләймән ауылында. Зәйнетдиновтар тыуған ауылдан китмәй генә кесе ватаныңда йәшәргә һәм эшләргә мөмкин булыуын үҙ өлгөһөндә тағы ла бер тапҡыр иҫбатлай.
Мәсетле районы халҡы проекттарын аҙна һайын үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡарарға әҙерҙәр. Яҙылыу өсөн бизнес-шериф Илшат Хәсәновҡа 8 (34770) 2-00-65 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә йәиһә https://investrb.ru/ru сайтында ғариза тултырырға мөмкин.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор: