Мәсетле тормошо
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
22 Апрель , 12:00

Балаларға арналған ғүмер

“Һөнәре буйынса иң яҡшыһы – 2023” муниципаль һөнәри оҫталыҡ конкурсы йомғаҡтары буйынса “Иң яҡшы мәғариф хеҙмәткәре” номинацияһында Ҡорғат ауылынан Әлфиә Рәхмәтуллаева еңеүсе тип танылды.

Балаларға арналған ғүмер
Балаларға арналған ғүмер

Әлфиә Даян ҡыҙы – балаларҙы тормош тураһында төшөнсәләргә өйрәтеүсе, уларҙы мәктәп партаһына тиклем етәкләүсе кеше. Әммә уның төп таланты – балаларҙы яратыу. 12 йылдан ашыу ул тәрбиәсе һәм шул уҡ ваҡытта “Сулпан” балалар баҡсаһы мөдире булып эшләй.
Ул Аҙанғол ауылында тыуған. Күп балалы ғаиләлә өлкән бала була. Мәктәпте тамамлағандан һуң Мәсәғүт педагогия колледжына уҡырға инә.
– Ғаиләлә беҙ ете бала үҫтек, һәм мин, иң олоһо булараҡ, һәр ваҡыт атай-әсәйемә ярҙам иттем, – тип һөйләй Әлфиә Рәхмәтуллаева. – Ҡайһы ваҡыт туғандарҙың балалары килһә, беҙ 15-ләп йыйылып китә торғайныҡ. Мин һәр төрлө уйындар уйлап сығарыр, барыһын да ҡарар инем. Шуға ла мәктәпте тамамлағас педагог булырға теләнем.
Әле Әлфиә Даян ҡыҙы төркөмөнә ике йәштән алты йәшкә тиклемге һигеҙ бала йөрөй. Әлбиттә, уларҙы ҡыҙыҡһындырыу һәм бер үк ваҡытта дуҫлаштырыу ауыр, әммә ул быны бик яҡшы ойоштора.
– Иң мөһиме – һәр бәләкәй кешененең һәләтен аса алыу, уға уңайлы булһын өсөн барыһын да эшләү. Миҫал өсөн, мин балаларға үҙҙәренә нимә менән шөғөлләнәсәгебеҙҙе һайларға ҡушам, – тип сере менән уртаҡлаша ул.
Әлфиә Рәхмәтуллаева бәләкәйҙән балаларҙы намыҫлы, яуаплы булырға һәм дуҫтарын ҡәҙерләргә өйрәтә. Быйыл ул “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы” район конкурсында еңеү яуланы.
– Миңә балаларҙың бер-береһенә, хайуандарға, уйынсыҡтарға ҡарата мөнәсәбәтен күҙәтеү оҡшай. Яҡты тойғоларҙы, кешеләргә ҡарата ихтирамды даими тәрбиәләргә кәрәк, шул саҡта уларҙың йөрәгендә тирә-йүндәгеләргә хәстәрлек уянасаҡ, сөнки балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ һәм уларҙы яҡшы кешеләр итеп тәрбиәләү мөһим, – тип билдәләй.
Әлфиә Даян ҡыҙы яҡшы тәрбиәсе генә түгел, уңған хужабикә, һөйөклө ҡатын һәм яратҡан әсә лә. Тормош иптәше менән ике ҡатлы ҙур йорт һалғандар, өс бала үҫтергәндәр. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле өлкән ҡыҙҙарын ата-әсә көн һайын тәрбиәләп ҡарай. Өлкән улдары яңыраҡ өйләнгән, ә кесеһе – армиянан ҡайтҡан.
Өй эштәрен эшләп өлгөрөү өсөн Әлфиә Рәхмәтуллаева көн һайын иртәнге биштә тора, һыйыр һауа, һуңынан һөттән ҡаймаҡ, эремсек эшләй. Йәйгеһен участкала йәшелсә үҫтерә, урманға еләк-емеш һәм бәшмәккә йөрөй. Көҙөн төрлө ҡайнатмалар әҙерләй.
Ҡайһы бер кешеләр яҡтылыҡ һәм изгелек тарата, уларҙан ифрат йылылыҡ килә һәм аралашыу, янында булыу теләге тыуа. Әлфиә Даян ҡыҙы тап шундайҙарҙан. Ул – бик ҡыҙыҡлы, һоҡланғыс әңгәмәсе.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор: