Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Әлифә Хизбуллинаның бәйләм бәйләү эшенә һөйөүе бала сағында уяна. Уны тылсымлы бәйләм донъяһына әсәһе алып инә – ҡыҙын ҡул эштәре серҙәренә төшөндөрә. Артабан барыһы ла үҙ яйына килеп сыға. Ошо йылдар эсендә бик күп әйберҙәр бәйләй. Әлеге ваҡытта уға 83 йәш, әммә ижад итеү теләге бер ҡасан да көсөн юғалтмаған. Ул эшләгән һәр әйбер ҡабатланмаҫ, сөнки интернет һәм журналдарҙы файҙаланмай, биҙәктәрҙе үҙе уйлап таба, төҫтәр һайлай.
Уның өйөнә ингәс тә, матурлыҡ донъяһына сумаһың. Ҡунаҡ бүлмәһендәге диван һәм ултырғыстарҙы оҫтабикәнең төрлө-төрлө япмалары биҙәй. Сәскәләргә күмелгән тәҙрә төбөндәге һәр көршәк аҫтына бәйләнгән селтәрҙәр түшәлгән. Йоҡо бүлмәһендә мендәрҙәр һәм карауат шулай уҡ күңелле төҫтәрҙәге япмалар менән балҡып тора.
Әлифә Хизбуллина Мәләкәҫ ауылында тыуған. Уға бала саҡта әсәһенә ярҙам итер өсөн күп эшләргә тура килә. Атаһы фронтҡа китә, ә өйгә кире аяҡһыҙ әйләнеп ҡайта. Алтынсы синыфта уҡығанда Әлифә апаһы менән бергә урманға утынға йөрөй. Шул саҡта ул аяғын балта менән яралай һәм мәктәпкә йөрөүҙе туҡтата, күберәк ата-әсәһенә хужалыҡта ярҙам итә.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Әлифә Шәйкамал ҡыҙы Дыуан районының Мәтәле ауылында нефть сыҡҡан урында машинист булып башлай. Һуңғараҡ операторға уҡып сыға. Шулай уҡ кочегар булып эшләй. Барлыҡ был эштәр ирҙәрҙеке булып иҫәпләнһә лә, нәфис ҡатын бөтә йөкләмәләрҙе лә үтәй.
– Эш сменалы булды, – тип һөйләй оҫтабикә. – Буш ваҡыт барлыҡҡа килеү менән бәйләмгә тотондом. Бала саҡтан эшкә күнегеп үҫтем, шуға эшһеҙ ултырырға яратмайым.
Хәҙер Әлифә Шәйкамал ҡыҙы өйҙә йәмле һәм йылы шарттарҙа ғәжәйеп әйберҙәр булдыра, балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен үҙенсәлекле бүләктәре менән ҡыуандыра, күңел йылыһын яҡындарына ихлас өләшә.
Ләйсән АБЗАНОВА.