Фәһим Мөхәмәтхәй улы Әй буйында урынлашҡан матур тәбиғәтле Айып ауылында ғаиләлә беренсе бала булып донъяға ауаз һала. Әй һыуын эсеп, Әйҙә ҡойоноп, сынығып үҫә ул. Бәләкәйҙән сабыр холоҡло, аҡыллы, итәғәтле бала, ғаиләлә иң өлкәне булараҡ, бала саҡтан ата-әсәһенең уң ҡулы була, үҙенән кесе биш туғанын үҫтереүҙә ярҙамлаша.
Бишенсе синыфтан һуң уҡ йәйге ял ваҡыттарында колхоз эштәрендә ҡатнаша башлай ул. Ә инде етенсенән һуң техника менән эшләүгә йәлеп ителә, тракторҙа тағылмала тороусы, комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләй. Бына шулай йәш үҫмер ер эшен үҙ итә. Йонос һигеҙ йыллыҡ мәктәбен бик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Дыуан ауыл хужалығы техникумының агрономия бүлегенә уҡырға инә.
1968 йылда техникумды уңышлы тамамлаған егетте юллама буйынса Тәтешле районының Әмиров исемендәге колхозына эшкә ебәрәләр. Бында ярты йыл эшләп өлгөрмәй, урып-йыйыуҙың ҡыҙған осоро – август айында уны Тельман исемендәге колхозға баш агроном итеп күсерәләр. Хужалыҡ артта ҡалғандарҙан түгел. Шулай ҙа баҫыусылыҡта мөмкинлектәр тулы файҙаланылмай. Дәрте ташып торған белгес ҡыйыу тәҡдимдәр кертә. Колхозсыларҙы эш сифатын күтәреү, агротехника алымдарын теүәл үтәү, ҡуҙаҡлы культураларҙы, арышты күберәк үҫтереү, картуфтың яңы сорттарын ҡулланыу кәрәклегенә инандыра. Тырышлыҡ бушҡа китмәй. Быға ҡәҙәр 11-12 центнер биргән баҫыуҙарҙан 1972 йылдың көҙөндә 15 центнер ашлыҡ йыйып алалар. Картуфты тимер юл вагондарына тейәп, ул ваҡыттағы СССР-ҙың көньяҡ өлкәләренә оҙаталар.
Замандаштарҙың арымай-талмай, коммунизм төҙөйбөҙ, тип йөрөгән сағы. Егерме йәшлек, романтик рухлы Фәһим Мөхәмәтхәй улы ла шулар сафында. Ул – комсомол ойошмаһы секретары, ауыл Советы депутаты, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенең иң актив ағзаһы. 1970 – 1971 йылдарҙа Фәһим Шәйхисламовтың күкрәгенә ВЛКСМ Үҙәк Комитетының “Алтын башаҡ” билдәһе таҡҡан фоторәсеме райондың Почет таҡтаһын биҙәп тора.
Уның кеүек һәләтле егеттәр көн һайын тыумай. Шуға егетте үҫтерергә, күтәрергә булалар. Башта колхоздың партия ойошмаһын ышанып тапшыралар. Партияның был һынауын да намыҫлы үткән Шәйхисламовты 1973 йылда “Урал” колхозына күсерәләр һәм ундағы коммунистар бер тауыштан уны үҙҙәренең әйҙәүсеһе – партком секретары итеп һайлайҙар. Ике йылдан инде ул – Киров исемендәге колхоз рәйесе. Бында рекордлы уңыш йыйып алыу, 200 тонна һыйҙырышлы картуф һаҡлағыс һалыу, хужалыҡ ауылдарына элемтә линиялары һуҙып, 100 нөктәле телефон станцияһы, балалар баҡсаһы төҙөү, спорт залы менән 190 урынлы мәктәп һалдыра башлау уның исеме менән бәйле.
Свердловск юғары партия мәктәбен тамамлап ҡайтҡас та Тәтешле районына хеҙмәт итә Фәһим Мөхәмәтхәй улы. Район партия комитетының ойоштороу бүлеген етәкләй. Бюро ағзаһы, район Советы депутаты вазифаларын башҡарырға ла ваҡыт таба. Район нәҡ шул йылдарҙа ауыл хужалығы продукцияһы етештереү һәм һатыу буйынса республика, ил күләмендә социалистик ярышта алдынғылар рәтенә сыға. Был уңыштарҙа Фәһим Шәйхисламовтың да өлөшө була. Ул кадрҙар менән маҡсатлы эш алып бара, һәр береһенә ҡәтғи талаптар ҡуя, шул рәүешле уларҙы һөҙөмтәле хеҙмәткә йүнәлтә.
Үҙенең бәхетен дә ошо төбәктә таба Фәһим Мөхәмәтхәй улы – Беренсе Еремзибаш ауылы ҡыҙы Венераға өйләнә һәм никахынан уңа. Бына инде 53 йыл Шәйхисламовтар бәхетле ғүмер кисерә.
“Ғаиләбеҙҙә хәстәрлекле ғаилә башлығы, үрнәкле атай, беҙҙең терәгебеҙ ул. Күңелдә бары бер теләк – Хоҙайым ошо бәхетебеҙҙе күпһенмәһен генә. Юбилярыбыҙ оҙон ғүмерле, киләсәктә лә асыҡ йөҙлө, киң күңелле, оло йөрәкле булып ҡалһын. Алдағы көндәрҙә лә һәр миҙгелгә һөйөнөп, имен тормошта бергәләп ғүмер итергә, шатлыҡтарҙы уртаҡлашып йәшәргә яҙһын”, – ти тормош иптәше Венера Ахун ҡыҙы.
Ғүмеренең матур миҙгелдәре Тәтешле районы менән бәйле булһа ла, тыуған тупраҡ үҙенә тарта. 1987 йылда Фәһим Мөхәмәтхәй улы ғаиләһе менән Мәсетле районына күсеп ҡайта. Партия өлкә комитеты тәжрибәле белгесте райкомдың ойоштороу бүлеге мөдире итеп тәғәйенләй. Артабан ул торлаҡ фондын инвентаризациялау һәм хосусилаштырыу бюроһы начальнигы вазифаһын башҡара. Тик тупраҡтың тартыу көсө бында ла өҫтөнлөк итә һәм Фәһим Мөхәмәтхәй улы үҙе теләп Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының Мәсетле районындағы тәжрибә хужалығына директор булып китә.
“90-сы йылдарҙа, иҡтисадта ла финанс кризис осоронда, миңә тәжрибә-производство хужалығында директор вазифаһын үтәргә тура килде. Механизаторҙар, белгестәр тырышлығы менән һәм минераль ашламаларҙы ҡулланыуҙы арттырыу һөҙөмтәһендә иген культураларының уңышын 29,2 центнерға еткерҙек. Ә айырым культуралар уңышын 53 центнерҙан 76 центнерға ҡәҙәр алыуға ирештек”, – тип иҫкә ала хеҙмәт ветераны.
Һуңыраҡ уға “Ағиҙел” художество әйберҙәре етештереү берләшмәһенең Оло Ыҡтамаҡтағы фабрикаһы директоры, 153-сө һөнәрселек училищеһы уҡытыусыһы булырға ла тура килә. Эштең ҡайһыһына тотонһа ла, сәмләнеп һәм тырышып башҡара.
Хаҡлы ялға киткәнсе Фәһим Мөхәмәтхәй улы Мәсетле районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегендә баш агроном булып эшләй. “Хеҙмәт осоромда райондың үҫеше өсөн күп көс түккән тырыш белгестәр, етәкселәр менән эшләргә тура килде. Шулай ҙа улар араһында Мөхөтдинов Илдар Хәким улын һәм Юнир Юныс улы Солтановты билдәләп үткем килә”, – ти юбиляр.
Ҡайҙа ғына эшләһә лә уның ергә булған һөйөүе, етәксе булараҡ үҙенең хеҙмәттәштәренә ҡарата хөрмәте, кешелеклелеге, мәрхәмәтле ҡарашы әйҙәп бара. “Беҙ бит ер кешеләре. Ерҙе яратыу, уны һаҡлау, яҡлау беҙҙең изге бурысыбыҙ”, – тип йыш әйтә Фәһим Мөхәмәтхәй улы.
Бөгөн Фәһим Мөхәмәтхәй улы хаҡлы ялда. Яҙҙың тәүге айында ул туғандары һәм яҡындарынан 75 йәшлек юбилейы уңайынан ҡотлауҙар ҡабул итә.
Ләйсән АБЗАНОВА әҙерләне.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле кешебеҙ – тормош иптәшем, әтейебеҙ ФӘҺИМ МӨХӘМӘТХӘЙ улы ШӘЙХИСЛАМОВҡа – 75 йәш!
Һөйөклөбөҙ, һине оло юбилейың менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Тормошоңдоң ауыр һынауҙарын еңеп, һынмай, һығылмай, күңелеңдә йәшәү дәрте һаҡлап ҡала белеүең менән үрнәкһең. Һин һәр ваҡыт көслө рухлы, кешеләргә ярҙамсыл, намыҫлы, йомарт, изге күңелле булып ҡалдың. Һау-сәләмәт булып, йән тыныслығында, күтәренке кәйеф менән, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа, яҡындарыңдың изгелеген күреп тағы ла оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
Һин бит беҙгә ҙур таяныс булдың,
Беҙ бәхетле ерҙә һин барҙа.
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә,
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
Төрлө саҡты күргәнһеңдер, бәлки,
Йөрәгеңдә күптер яра ла.
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып,
Оҙаҡ йәшә беҙҙең арала!
Иң изге теләктәр белдереп, тормош иптәшең Венера, улың Марат, киленең Мария.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан хөрмәтле ағайыбыҙ ФӘҺИМ МӨХӘМӘТХӘЙ улы ШӘЙХИСЛАМОВты күркәм юбилейы – 75 йәше менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ. Хоҙай һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын. Венера еңгәбеҙ менән тигеҙ ғүмер итегеҙ. Киләсәктә улығыҙ һәм киленегеҙҙең шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, бөтәбеҙгә лә терәк булып, оҙаҡ йәшә, ағай.
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн мәңге йөҙөңдә.
Теләктәрҙең ихлас, изгеләрен
Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә!
Иң изге теләктәр менән Мөхәмәтғәлиндар, Абдулхаҡовтар, Ғәйнуллиндар һәм барлыҡ туғандарың.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан хөрмәтле ағайыбыҙ, бабайыбыҙ ФӘҺИМ МӨХӘМӘТХӘЙ улы ШӘЙХИСЛАМОВты ысын күңелдән 75 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Бөтмәҫ бәхет, оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, имен көндәр теләйбеҙ. Еңгәбеҙ менән тормош ваҡлыҡтарына бирешмәйсә, улығыҙ Мараттың игелеген күреп, ейәндәр һөйөп, олоғайған көнөгөҙҙә уларҙың шатлыҡтарын уртаҡлашып, кешелекле, иманлы, тыйнаҡ булып ғүмер итеүегеҙҙе теләп,
Айып ауылынан туғаның Фәрит һәм уның балалары.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе хөрмәтле кейәүебеҙ ФӘҺИМ МӨХӘМӘТХӘЙ улы ШӘЙХИСЛАМОВты 75 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
75 йәш тулһа тулһын,
Күңелең ҡартаймаһын.
Йөрәктәге дәртең менән
Мәңге йәш булып ҡал һин.
Уңыштар юлдаш булһын
Бараһы юлдарыңда.
Тыныслыҡ, именлек булһын
Алдағы йылдарыңда.
Ауырыуҙы белмәй йәшә,
Бул һин гел үҙ көсөңдә.
Һине иҫән-имен күреү –
Бәхет беҙҙең өсөн дә!
Ҡотлау менән Тәтешле районынан ҡәйнәһе, Яр Саллынан Миҙәтовтар һәм Данковские, Мәскәүҙән Сиражетдиновтар, Нефтекаманан Тимерғәзиндар.