Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
29 Ғинуар , 14:15

Изге һөнәр эйәһе

Арабыҙҙа күп төрлө һөнәр эйәләре йәшәй. Беҙҙең йәшәйеште уңайлыраҡ, хәүефһеҙ итеү өсөн уларҙың һәр береһенең хеҙмәте мөһим. Кемдер төҙөй, икенселәр аҙыҡ-түлек етештерә, өсөнсөләр кешелектең хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Һуңғылары иҫәбенә ветеринарҙар ҙа инә. Үҙ эшенә мөкиббән бирелгән мал табиптары пациенттарын һүҙһеҙ аңлай.

Изге һөнәр эйәһе
Изге һөнәр эйәһе

Әләгәҙ ветеринария участкаһы мөдире Валерьян Хилажев ғүмерен малдар дауалауға арнай.
Әләгәҙ урта мәктәбен тамамлаған егет 1987 йылда Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумының ветеринария бүлегенә уҡырға инә. Уҡығандан һуң өс йыл сик буйы ғәскәрҙәрендә хәрби бурысын үтәй. Артабан уҡыуын дауам итә, 1993 йылда диплом ала.
Йәш белгес “Мәсәғүт” совхозында эшләй башлай, шул уҡ ваҡытта Баш-ҡорт дәүләт аграр университетында малсылыҡ продукцияһын эшкәртеү технологияһы буйынса белем ала. Совхоз тарҡалғандан һуң Валерьян Хилажевты ветеринария станцияһының Әләгәҙ участкаһы мөдире вазифаһына саҡыралар.
– Мин бала саҡтан хайуандарҙы, бигерәк тә аттарҙы яраттым. Уларҙың ҡеүәте һәм һомғоллоғо оҡшай торғайны. Буласаҡ һөнәрҙе һайлау тап шуға бәйле лә инде, – тип һөйләй Валерьян Вәис улы.
Ветеринар һөнәре бик мәшәҡәтле һәм хәүефле лә. Башҡарған эш ҡәнәғәтлек килтерһен өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур йөрәкле кеше булырға кәрәк.
Валерьян Вәис улы Сосновка, Буртаковка, Әләгәҙ, Оло Ҡыҙылбай, Октябрьск, Кесе Ҡыҙылбай ауылдарын, Әй фермаһын хеҙмәтләндерә. Уның бурысы – Әләгәҙ ветеринария участкаһының именлеге, инфекцион һәм инвазион ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, дауалау һәм бөтөрөү, быҙаулаған малға ярҙам итеү.
– Хайуандар зарлана, аңлата алмай, ҡайһы ере ауыртҡанын белдерә белмәй. Тәжрибәңә таянып ҡына улар-ға ярҙам күрһәтергә мөмкин, – тип дауам итә ул.
Коллегалары араһында Валерьян Хилажев намыҫлы һәм тәртипле хеҙмәткәр булып танылған.
Валерьян Вәис улы “Иң яҡшы ауыл хужалығы белгесе” номинацияһында “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы-2022” конкурсында еңеүсе дипломы, 2017 йылда ветеринария хеҙмәтендә күп йыллыҡ һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы ветеринария идаралығынан Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Валерьян Хилажев – өлгөлө ғаилә башлығы. Ҡатыны Нурия Фаид ҡыҙы менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдары Илнур вахта ысулы менән быраулау ҡоролмаларын хеҙмәтләндереү буйынса электромонтер булып эшләй, ҡыҙҙары Валерия – Әләгәҙ мәктәбе уҡыусыһы.
– Мин тап ошо һөнәрҙе һайлауыма шатмын. Малдарҙың һауығыуын, эшеңдең һөҙөмтәһен күреп, көнөңдөң файҙалы үтеүен аңлайһың, – ти Валерьян Хилажев.
Екатерина ӘМИРОВА.

Автор: