Район матбуғатының йәмғиәттә роле ҙур, сөнки тик урындағы гәзиттә генә һуңғы яңылыҡтарҙы белергә мөмкин. Шулай уҡ район баҫмаһында кешеләр, башҡарылған һәм буласаҡ эштәр, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һәм саралар тураһында бик күп мәғлүмәт бирелә.
“Мәсетле тормошо” гәзите менән уҡыусыларыбыҙҙы элеккесә почта хеҙмәткәрҙәре бәйләй. Уларҙың хеҙмәте ҙур ҡалалар ығы-зығыһында артыҡ һиҙелмәй, ә ауыл ерендә почтальон – алыштырғыһыҙ кеше. Гәзит-журналдарҙың тиражын һаҡлауға почтальондар ҙур өлөш индерә. Бөгөнгө көндә Дыуан-Мәсетле почтамты “Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылыусылар һаны буйынса алдынғылар рәтендә килә.
Әле унда Әлфиә Йосопова етәкселегендә хат ташыусылар Айһылыу Фәхретдинова һәм Алфаида Йәрмөхәмәтованан торған коллектив тырышып хеҙмәт итә. Улар Дыуан-Мәсетле, Йыланыш, Ҡаранай, Ғүмәр, Бурансы һәм Туҡбай ауылдарында йәшәүселәрҙе хеҙмәтләндерә.
Айһылыу Ғәлиулла ҡыҙы – Бурансы һәм Туҡбай, Алфаида Сәлим ҡыҙы Дыуан-Мәсетле, Йыланыш һәм Ғүмәр ауылдарында корреспонденция тарата. Шулай уҡ, почтальондар етешмәү сәбәпле, Әлфиә Рәүил ҡыҙы почта таратҡанда хеҙмәттәштәренә ярҙамға килә.
Почтальондар иңенә ҙур эш төшә. Почтаны һәм квитанцияларҙы сорттарға айырғандан һуң, күләмле сумкаларҙы иңбашҡа элеп, адрестар буйлап сығалар. Һауа торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, улар халыҡ корреспонденцияны ваҡытында алһын өсөн бер нисә саҡрым юл үтә. Дыуан-Мәсетле ауыл биләмәһендә изге күңелле һәм ярҙамсыл кешеләр йәшәүе ҡыуандыра, ҡайһылары хат ташыусыларҙы был һыуыҡ көндәрҙә йылынып сығырға өйҙәренә саҡыра.
– Мин бында бер йыл эшләйем, – ти Әлфиә Рәүил ҡыҙы. – Беҙҙең коллектив татыу, эш яйға һалынған. Кешеләр ваҡытында иҫәп алһын өсөн ҡайһы берҙә бер-беребеҙҙе алмаштырабыҙ, мин үҙем ял көндәрендә квитанциялар таратам. Эшем оҡшай, ул ауылдаштар менән аралашыу мөмкинлеге бирә. Интернет һәм телефондар быуатына һылтанып, гәзит-журналдарға яҙылыусылар хәҙер аҙ. Әммә баҫма версияла гәзит һәм журналдар уҡыу иң яҡшыһы икәнен беҙ яҡшы беләбеҙ.
Ләйсән АБЗАНОВА.