Уның менән Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡығанда таныштым. Ул биологияны уҡыта ине. Яҡташым булғанлыҡтан, лекцияларына ҙур теләк менән йөрөнөм.
Эрнст Нурғәли улы – табип, профессор, биология фәндәре докторы, Европа тәбиғи фәндәр академияһы академигы, Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһының эксперт советы ағзаһы, “Хәҙерге заман фән һәм мәғариф проблемалары” үҙәк электрон журналының ғилми эксперты, әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университетының патологик физиология кафедраһы профессоры вазифаһында эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Хисамовтар ғаиләһе район үҙәгенән тыуған ауылдары Оло Аҡаға күсеп ҡайта. Унда Эрнст Хисамов Оло Аҡа урта дөйөм белем биреү мәктәбен уңышлы тамамлай.
Башҡорт дәүләт медицина институтынан һуң өс йыл буйына Якут АССР-ының Олекминск ҡалаһында табип-невропатолог булып эшләй. 1966 – 1978 йылдарҙа БДМИ-ның гистология кафедраһы ассистенты була. Ошо уҡ осорҙа Мәскәүҙә медицина фәндәре кандидаты исеменә диссертацияны уңышлы яҡлай. 1979 – 2013 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт педагогия университетында доцент, һуңынан зо-ология һәм физик тәрбиә биреүҙең медицина-биология нигеҙҙәре кафедраһы мөдире. Шул уҡ ваҡытта Мәскәү ҡалаһында диссертация яҡлай һәм биология фәндәре докторы исеменә ирешә. 2013 йылдың сентябренән Эрнст Нурғәли улы Башҡорт дәүләт медицина университетының патологик физиология кафедраһында профессор булып эшләй.
Уның дәрестәре интерактив ысулдар һәм практик эштәр ҡулланып заманса кимәлдә уҙғарыла. Лекциялар рус һәм инглиз телдәрендә алып барыла.
Эрнст Хисамовтың хеҙмәте “Хеҙмәт һәм белем менән”, “Тиңдәр араһында беренсе” фәнни ордендары, “Rudolfvirchov”, Альфред Нобель миҙалдары, Франкфурт китап күргәҙмәһе (2016), Париж китап күргәҙмәһе (2016), Лондон китап күргәҙмәһе (2017), Мәскәү халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһе (2016, 2017) алтын миҙалдары менән билдәләнде.
Ул “Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы”, “Атҡаҙанған фән һәм мәғариф эшмәкәре” тигән абруйлы исемдәргә лайыҡ булды. Эрнст Нурғәли улы 396 ғилми эш, шул иҫәптән 32 уҡыу ҡулланмаһы, 37 монография һәм уйлап табыуға 11 патент авторы.
Профессор ғүмере буйына спорт, гимнастика менән шөғөлләнә, әлеге ваҡытта ла бишәр саҡрым йүгерә, гантель менән күнекмәләр яһай, турникта күтәрелә, ҡул суҡ-тары өсөн эспандер ҡуллана. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип иҫәпләй ул.
Тормош иптәше менән ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр һәм уларға юғары белем алырға ярҙам иткәндәр. Балалары, аталары юлынан китеп, табип һөнәрен һайлаған. Хәҙер Хисамовтарҙың дүрт ейәне һәм ике ейәнсәре бар, уларҙың береһе – табип.
Рәзилә САБИРОВА,
Оло Аҡа мәктәбенең
биология уҡытыусыһы.