Мәсетле тормошо
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
20 Октябрь 2023, 15:30

Фәнгизә Ғарипова: “Эшемә ҡанатланып барам”

Беренсе уҡытыусы, класс етәксеһе, түңәрәк етәксеһе. Уларҙың һәр береһен айырым йылылыҡ менән иҫкә алабыҙ. Бөгөн район мәктәптәрендә балаларға белем биргән педагогтар ҙа үҙ уҡыусылары өсөн яҡын.

Фәнгизә Ғарипова: “Эшемә ҡанатланып барам”
Фәнгизә Ғарипова: “Эшемә ҡанатланып барам”

Иҫке Мишәр ауылы ҡыҙы Фәнгизә Ғарипова Яңы Яуыш мәктәбен тамамлай, һуңынан Мәсәғүт һөнәрселек училищеһына “Художество-биҙәү эштәре башҡарыусы” белгеслеге буйынса уҡырға инә. Артабан Бөгөлмә индустриаль-педагогия техникумында “Хеҙмәт һәм технология уҡытыусыһы” һөнәре буйынса белем ала. 2008 йылда “Черчение һәм хеҙмәт уҡытыусыһы, рәссам-биҙәүсе” һөнәре буйынса Силәбе педагогия университетын тамамлай.
Профессиональ эшмәкәрлеген 1992 йылда Яңы Яуыш мәктәбендә башлай. 1999 йылдан алып 2003 йылға тиклем һыҙым дәрестәре, һынлы сәнғәт һәм технология уҡытыусыһы булып эшләй, 2004 йылдан – ошо уҡ мәктәптә өҫтәмә белем биреү педагогы.
Хәҙер педагог етәкселегендә 35-тән ашыу бала “Оҫталыҡ башланғысында” түңәрәгендә шөғөлләнә. Тәрбиәләнеүселәре район, республика кимәлендәге конкурс-конференцияларҙа ижади һәм проект-тикшеренеү эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен уңышлы күрһәтә, еңеүсе һәм призер була.
– Үҙем белгән яңылыҡтарҙы балаларға өйрәтергә әҙермен. Уҡыусыларҙың эштәре сифатлы һәм матур килеп сыҡҡанда, уларҙың шат күҙҙәрен күреү – ҡыуаныс, – ти Фәнгизә Таиф ҡыҙы.
Уҡытыусы балаларҙы биҙәү-ҡулланма ижадының төрлө техникаһына өйрәтә: һүрәт төшөрөү, төрлө ҡул эштәре, макеттар – барыһын да һанап бөтөрөрлөк түгел.
Ғаиләләрендә үҙенсәлекле йолалар һаҡланғанлыҡтан, балалар ҡайһы бер эштәрҙе башҡарыу ысулын яҡшы белә. Әгәр уҡытыусы менән бала араһында ышаныслы мөнәсәбәт төҙөл-һә, уҡыусы үҙ белеме менән уртаҡлаша, ниндәйҙер ижади мәсьәләне хәл итеүҙең яңы ысулдарын уйлап тапҡан осраҡтары ла була.
– Эшкә ҡанатланып барам. Каникулда балалар сәфәрҙә алған тәьҫораттары, яңылыҡтары һәм ижади эштәре менән уртаҡлаша. Ҡайһы ваҡыт беҙгә тәүлек ваҡыты ғына етмәй, сөнки балаларҙы төрлө конкурстарҙа ҡатнашыуға әҙерләргә кәрәк. Ә улар менән шәхсән эшләү күп ваҡыт һәм көс талап итә. Әйткәндәй, беҙҙең ҡаҙаныштар иҫәбендә еңеүҙәр күп.
30 йылдан ашыу һөҙөмтәле хеҙмәт стажы өсөн Фәнгизә Ғарипова “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” билдәһе менән наградланды, бер нисә тапҡыр район мәғариф бүлеге һәм хакимиәте, Мәғариф министрлығының почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
Өҫтәмә белем биреү педагогының башҡараһы эштәре күп әле, сөнки ҡулдан яһалған әйберҙәрҙең серен өйрәнергә теләүселәр һәр ваҡыт буласаҡ.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Автор: